+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
27 Марта 2025, 16:07

Сыйырсыҡ ояһы тарихынан

Яҙ менән бергә сыйырсыҡ ояһы элеү ваҡыты ла етә. Ә бына шул ояларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы?

Сыйырсыҡ ояһы тарихынанСыйырсыҡ ояһы тарихынан
Сыйырсыҡ ояһы тарихынан

Сыйырсыҡтарға «өй» тәүге тап­ҡыр бынан мең йыл тирәһе элек Һиндостанда эшләнгән тип һанала. Ә Европала беренсе оялар Бельгия биләмәһендә табыл­ған. Улар балсыҡтан яһалған булған һәм XVI быуатҡа ҡарай. Был ҡош оялары көршәк формаһында һәм бер яғы ағас­ҡа беркетеү өсөн тигеҙ булған. Ә бына ағастан уларҙың иң тәүгеләре Рәсәйҙә эшләнгән. Әлеге көндә музей­ҙарҙа XVIII – XIX быуатҡа ҡараған оялар­ҙы тап итергә була. Уларҙы яһау Пётр I заманында башланған бу­лыр­ға тейеш. Сөн­ки батша Европа булап сәйәхәттә йөрөгән саҡта күреп ҡы­ҙыҡһынған һәм ҡайтҡас, шул эште ойошторған.
СССР заманында мәктәп уҡыусыларын ҡоштарҙы хәстәрләү эшенә йәлеп итеү өсөн хеҙмәт дәрестәрендә сыйырсыҡ ояларын эшләү ҡаралған. Бының менән малайҙар – буласаҡ ир-егеттәр – ағасты бысырға, йышырға, юнырға, сөй ҡағырға өйрәнгән.
Бына әле сыйырсыҡ ояһы ҡуя торған ваҡыт та етте. Күптәрҙең электән эленгәндәре тора, кемдер яңыны яһай һәм ҡошсоҡтарҙың ҡайтыуын көтә. Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәптең V синыф уҡыу­сыһы Илвир Ҡангилдин атаһы менән бергә сыйырсыҡ ояларын бик матур итеп эшләп ҡуя. Ул районыбыҙҙа уҙғарылған «Башҡорт малайы» бәйгеһендә баш­ҡа ҡатнашыусыларға үҙ серҙәрен ас­ты. Афарин, Илвир!
Тәбиғәттең яҙмышы – беҙҙең ҡулда. Тереклек киләсәк быуынға ла ҡалһын өсөн беҙ уны бөгөн хәстәрләргә тейешбеҙ.

Азалиә ҠАСҠЫНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас