

Ҡытайҙағы Чжанцзяцзе күпере – донъяла иң бейеге һәм оҙоно. Ерҙән 260 метр бейеклектә урынлашҡан. Киңлеге – 6 метр, оҙонлоғо – 430 метр. Ул 2016 йылда һалынған. Биш сантиметр ҡалынлыҡтағы ныҡлы быяланан эшләнгән. Был күперҙән китеп барғанда 260 метр түбәндәге тәбиғәтте үтәнән-үтә күреү, ай-һай, башты әйләндерәлер ул. Күперҙән бер юлы 800 кеше үтә ала икән, көнөнә – 8 мең.
Уны күрергә теләүселәр сит ил туристары араһында ла, Ҡытайҙың үҙендә йәшәгән халыҡ араһында ла бик күп икән. Тик бейеклектән ҡурҡҡан, ҡан баҫымы күтәрелгән, йөрәк сирле булған кешеләргә был күперҙән үтергә кәңәш итмәйҙәр. Кемдер быяла күперҙән тыныс ҡына йөрөй ала, икенсе берәүҙәр ҡурҡып ҡала, кире борола. Бына шунда аттракцион.
Фото: ya.ru.