

Иң билдәле һәм үҙенсәлекле археологик ҡомартҡыбыҙ – Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе. Унда мамонт, мөгөҙморон һәм дөйә һүрәттәре табылғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бығаса ундай мәмерйәләр Европала ғына булған. Хәҙер бөтә донъяға танылған мәмерйә һүрәттәренең йәше 40 мең йылға тиклем булыуы мөмкин икән!
Ә кешеләр төбәгебеҙгә ҡасан беренсегә аяҡ баҫҡан һуң? Тәүге эҙҙәр Әбйәлил районының Ҡарабалыҡты күле буйындағы Урта Түбә торағында табылған. Уралда иң боронғоларҙан иҫәпләнә ул.
Көньяҡ Уралдағы иң бейек нөктә – Башҡортостанда. Белорет районындағы Оло Ямантауҙың бейеклеге – 1 мең 640 метр. Ә иң түбән нөктә төньяҡ-көнбайыш сигебеҙҙә Ағиҙел йылғаһына тура килә. Унда ул Камаға ҡоя.
Әйткәндәй, Учалы районында баш алған Ағиҙел йылғаһы – беҙҙә иң оҙоно ла. 1 мең 430 саҡрымға һуҙылған.
Республикабыҙҙа иң ҡеүәтле һыу сығанағы булған Ҡыҙыл шишмә (Нуриман районы) Рәсәйҙә ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Ошонда уҡ иң ҙур һыуһаҡлағысыбыҙ урынлашҡан. 116 квадрат километр майҙанды биләүсе Павловка һыуһаҡлағысы – мөғжизәле ер: Нуриман, Ҡариҙел, Благовещен райондары биләмәләрендә ята.
Күлдәрҙең иң-иңенә килгәндә, иң ҙуры – Дәүләкәндәге Асылыкүл. Уның оҙонлоғо – 7, киңлеге – 5 саҡрым. Уртаса тәрәнлеге 5,1 метр тәшкил итә. Шулай ҙа иң тәрәне – Яҡтыкүл. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡайһы бер урындарҙа ул 28 метрға етә! Ә бына иң тоҙлоһо тип Мулдаҡкүл һанала. Улар икеһе лә Әбйәлил ерендә йәйелгән.
Хатта шарлауыҡтар ҙа бар беҙҙә. Баймаҡ районындағы Ғәҙелша республикабыҙҙа ғына түгел, ә барлыҡ Көньяҡ Уралда иң ҙуры һанала. Өс һикәлтә буйлап һыу ағып төшөү бейеклеге – 20 метр. Белореттағы Атыш шарлауығы иһә – иң үҙенсәлеклеһе: һыу аҫты йылғаһы мәмерйә эсенән килеп сыға һәм ҡаянан аға.
Мәмерйәләргә тағы берҙе туҡталғанда, иң оҙоно Киндерле икәнен әйтеп китеү кәрәк. Беләһегеҙме, әле уның 13 саҡрымы ғына тикшерелгән! Тәбиғәт мөғжизәһе Ғафуриҙа урынлашҡан.
Салауат районында «янып торған» тау бар. Атамаһы ла шундай: Янғантау. Ошондай үҙенсәлеге менән Уралда берҙән-бер һанала. Ер аҫтынан сыҡҡан газдың эҫелеге 150 градусҡа етә.
Ә Ишембай районындағы шихандар нимәһе менән ҡыҙыҡлы? Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау ҡасандыр диңгеҙ төбөндәге рифтар булған, имеш!
Республикабыҙҙы байҡап сыҡтыҡ, дуҫтар, хәҙер уртаһына килеп еттек. Шулай итеп, географик үҙәк булып Ғафури районындағы Ерек ауылынан алыҫ булмаған нөктә тора.
Ә һеҙҙең районда ниндәй ҡыҙыҡлы, билдәле, ә бәлки, киреһенсә, беҙ әле белмәгән урындар бар? Яҙып ебәрегеҙ.