

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм дә бесәйҙәрҙе яратҡан. Хатта намаҙға ашыҡҡанда, еңендә йоҡлап киткән бесәйен уятмаҫ өсөн еңен киҫеп ҡалдырған, тигән мәғлүмәт тә бар.
Бесәйҙәр фәрештәләрҙе күрә, тип тә әйтәләр. Улар бик һиҙгерҙәр, изгелекте аңлаған кеүектәр. Уларға мәсеткә лә инергә рөхсәт итәләр. Гел йыуынып, таҙа ғына йөрөй бит бесәйҙәр ҙә.
Фото: dzeninfra.