-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
1 Октябрь 2025, 15:01

Октябрь айына йондоҙнамә

Уҡсы Һығымталар яһар мәл. Кем менәндер конфликт булыуы бар. Ашыҡма, хата яһап ҡуйма. Яңы эш башлама. Яҡындарың терәк булып торор.

Октябрь айына йондоҙнамә
Октябрь айына йондоҙнамә

Ҡуҙы

Аҡсаңды ҡыҫып тоторға тура килер. Иң кәрәгенә генә тотон. Ай аҙағында ғына килем булыр. Шәхси тормошта аңлашылмаусанлыҡтар көтөлә.

Буға

Өй, хужалыҡ эштәре менән булышыуға баҫым яһа. Ремонт башлау, мебель алыу уңышлы. Яңғыҙҙарҙы танышыу көтә, ә ғаиләле Буғаларҙың йортонда барыһы ла яҡшы.

Игеҙәктәр

Кеше менән һөйләшә белеү һәләтегеҙ уңышҡа алып килер. Аҡса етеңкерәмәүе бар. Шәхси тормошҡа килгәндә, ул мажараларға бай булыр, күп кенә танышыуҙар көтә.

Ҡыҫала

Үҙ эшеңде булдырыу өсөн уңай ваҡыт. Күңелле генә ваҡ-төйәк ваҡиғалар булып торор. Ниндәйҙер танышыу көтөлә, бәлки, ғүмерлек дуҫҡа әйләнерлек кеше осрар.

Арыҫлан

Аҡса эшләү, яңы маҡсаттар ҡуйыу һәм эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн яҡшы мәл. Уңыштарыңа көнләшеүселәр ҙә табылыр. Һүҙеңде уйлап һөйлә. Ғаиләгә күберәк иғтибар бүлеү мөһим. Йәнә мәҙәни йәки спорт сараһында ҡыҙыҡлы танышыу көтә.

Ҡыҙ

Логик фекерләү, тәртип яратыу – ошо һыҙаттарың төрлө эштә ярҙам итер. Һине күрерҙәр, баһаларҙар. Эш һөҙөмтәһен барлар, емештәрен ауыҙ итер мәл етте. Яңғыҙҙарға күберәк аралашырға тәҡдим ителә.

Үлсәү

Үҙгәрештәр айы! Яҡшы эш көтә. Аҡса килер. Энергияң ташып торор. Һиңә иғтибар күп булыр.

Саян

Илһам, ижад ваҡыты. Уңышлы ай көтөлә. Шулай ҙа һаулығыңа иғтибар биреү ҡамасауламаҫ.

Уҡсы

Һығымталар яһар мәл. Кем менәндер конфликт булыуы бар. Ашыҡма, хата яһап ҡуйма. Яңы эш башлама. Яҡындарың терәк булып торор.

Кәзәмөгөҙ

Ваҡиғалар шәп барыр, гел үҙгәреп торор. Үҙеңә ышан, ҡарарҙарҙы тиҙ генә ҡабул итергә кәрәк булыр. Сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһе менән бәйлеләр уңыр.

Һыуғояр

Иғтибар үҙәгендә булырһың. Яҡшы аҡса килтерә торған тәҡдимдәр эшләрҙәр. Яратҡан кешең менән ваҡытты күберәк үткәр. Яңғыҙҙарҙы мөһим осрашыу көтә.

Балыҡ

Мөһим ҡағыҙҙар менән эш итеү мәле. Кешене ышандыра торған һәләтең ярҙамға килер. Ғаиләлеләрҙе бәхәстәр көтә, түҙемлек кәрәк.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас