-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
24 Октябрь 2025, 09:52

Псевдонимдар

..Ул һуңынан былай тип хәтерләй: «Ун ете йәшлек дыуамал ҡыҙ ғына урыҫ шағирәһе өсөн татар фамилияһын һайлап ала... Атайым, шиғырҙар яҙыуымды белгәс: «Минең исемде мыҫҡыл итмә», – тине.

Псевдонимдар
Псевдонимдар

Яҙыусылар, бигерәк тә башлап яҙыусылар, йыш ҡына үҙҙәренә псевдоним – тәхәллүс ала. Сәбәбе төрлөсә. Псевдонимдар ҡайһы ваҡыт авторҙарға шул тиклем ныҡ «йәбешә», күптәргә улар тормошта ысын исем-шәрифтәрен алыштыра.
Антон Павлович Чехов – псевдонимдар уйлап сығарыу оҫтаһы. Уның ҡырҡтан ашыу псевдонимы булған. Иң билдәлеһе – мәктәптә уҡығанда бөтәһе лә белгәне – әлбиттә, «Антоша Чехонте». Табиплыҡҡа уҡыған студент Чехов тап бына ошо псевдоним менән тәүге юмористик хикәйәләрен журналдарға ебәргән. Уны гимназия уҡытыусыларының береһе шаяртып «Антоша Чехонте» тип йөрөткән. Тик псевдонимдарҙың береһе лә уға «йәбешмәгән». Барыһы өсөн дә ул Чехов булып ҡалған.
Грин Александр – Гриневский Александр Стефанович. Мәктәптә Александрға синыфташтары ҡыҫҡаса ғына: «Грин!» – тип мөрәжәғәт иткән, уның бала саҡ ҡушаматтарының береһе – «Грин-блин». Күп уйлап тормай, ул тап бына ошо псевдонимды һайлаған да инде. «Мин үҙемде Грин тип кенә тоям, кемдер «Гриневский» тиһә, ҡурҡыныс булып китә», – тигән ул.
Чуковский Корней Иванович – Корнейчуков Николай Васильевич. Никахһыҙ тыуыуы Чуковскийҙы йәшлегендә яфалаған. Әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тотонғас, ул псевдоним ҡуллана башлаған – фамилияһын икегә бүлгән: Корнейчуков = Корней + Чуков + ский. Һуңынан атаһының исемен дә уйлап сығарған – «Иванович». Революциянан һуң, үҙенең ысын исемен, атаһының исемен һәм фамилияһын псевдонимға алыштырып, ул паспорт буйынса ла Корней Иванович Чуковский булып киткән.
Анна Ахматова – Анна Горенко. Гумилёв менән айырылышҡандан һуң ул псевдоним итеп Ахматова фамилияһын алған. Уның әсәһенең ҡатын-ҡыҙҙар нәҫел тармағы татар ханы Әхмәттән килеп сыҡҡан. Ул һуңынан былай тип хәтерләй: «Ун ете йәшлек дыуамал ҡыҙ ғына урыҫ шағирәһе өсөн татар фамилияһын һайлап ала... Атайым, шиғырҙар яҙыуымды белгәс: «Минең исемде мыҫҡыл итмә», – тине. Һинең исемең миңә кәрәкмәй, тинем дә үҙемә псевдоним алдым».
Илья Ильф – Илья Арнольдович Файнзильберг. Был псевдонимдың килеп сығыуы тураһында бер нисә версия бар. Уларҙың береһе шундай: йәш сағында Илья Файнзильберг журналист булып эшләгән, гәзиткә мәҡәләләр яҙған. Ләкин фамилияһы мәҡәләләр аҙағына ҡуйырға бигүк ҡулай булмаған, үтә оҙон, әйтеүе ауыр. Шуға күрә Илья уны йыш ҡыҫҡартҡан: йә «Илья Ф», йә «ИФ», йә «Фальберг». Ниһайәт, килеп сыҡҡан – «Ильф».
Евгений Петров – Евгений Петрович Катаев. Евгений – билдәле яҙыусы Валентин Катаевтың кесе ҡустыһы. Ағаһының даны аҫтында ҡалғыһы килмәй, ул үҙенә әҙәби псевдоним уйлап сығара. Уны атаһының исеменән ала. Шулай итеп, Евгений Катаев Петров булып китә.
Аркадий Гайдар – Голиков Аркадий Петрович. Аркадий Голиков үҙенең ысын фамилияһы менән беренсе китабын ғына атай – «В дни поражений и побед». Ҡалған әҫәрҙәре Гайдар псевдонимы менән донъя күрә. Бының килеп сығыуы хаҡында фаразларға ғына ҡала. Бәлки, ул монгол телендәге «гайдар» – «һыбайлы, алдан сабыусы» һүҙенән килеп сыҡҡандыр.
Даниил Хармс – Даниил Иванович Ювачёв. Яҙыусы Даниил Ювачёв та үҙенә бихисап псевдоним уйлап сығарған: Ххармс, Хаармсъ, Дандан, Чармс, Карл Иванович Шустерлинг ... Уларҙың йә береһе, йә икенсеһе менән әҫәрҙәрен баҫтырған. Аҙаҡ береһен генә ҡалдырған – Даниил Хармс.
Исемлеккә йәнә бер нисә псевдоним өҫтәйек: Максим Горький – Алексей Максимович Пешков, Демьян Бедный – Ефим Алексеевич Придворов, Вениамин Каверин – Вениамин Алекс-Зильберг, Саша Чёрный – Александр Михайлович Глинберг.
Көнбайыш әҙәбиәтенән дә псевдонимдар килтерергә мөмкин: О. Генри – Ульям Сидней Портер, Льюис Кэррол – Чарльз Лютвидж Доджсон, Вольтер – Франсуа-Мари Аруэ, Стендаль – Мари-Анри Бейль, Марк Твен – Сэмюэл Лэнгхорн Клеменс...
Көнсығыш әҙәбиәтендә лә псевдонимдар киң тарал­ған. Басё – XVII быуатта Японияла йәшәгән шағир. Ысын исеме түгел, псевдоним, ул – «банан ағасы» тигән һүҙ. Шағир йәй өйө янына банан ағасы ултырта, уны тәрбиәләй. Күршеләре уны «басёноо» – банан янында йәшәгән ҡарт кеше тип атай. Уның ысын исем-шәрифе – Мацуо Мунзфуса.
Әҫәрҙәрен тәхәллүс менән баҫтырыусылар Башҡорт­останда ла бар: Мәжит Ғафури – Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров, Али Карнай – Имамғәли Мөхәмәтдин улы Зөлҡәрнәев, Әбүс – Сабит Абусуфьян улы Суфиянов, Кирәй Мәргән – Әхнәф Нури улы Кирәев, Шамил Анаҡ – Шамил Ғүмәр улы Мәхмүдов, Ғ. Сәләм – Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов, Шамун Фидаи – Ҡасим Мөхәмәтйән улы Шакирйәнов.

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Псевдонимдар
Псевдонимдар
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас