Ҡуҙы. Ноябрь – эштәреңдең һөҙөмтәләрен күреү, уңыш йыйыу мәле. Ул һинең үҫешең өсөн бик мөһим буласаҡ. Был айҙа алдашмау хәйерле.
Буға. Һин – иғтибар үҙәгендә. Ышаныслы аҙымдар менән алға бараһың. Яңы “үҙеңде” ҡабул ит.
Игеҙәктәр. Интуиция ҙур роль уйнаясаҡ. Хәл-ваҡиғаларҙың тап килеүе, төштәр – барыһына ла иғтибар ит. Ижади эшмәкәрлек уңыш килтерер. Түҙемле бул.
Ҡыҫала. Яңы маҡсат йә хыялың барлыҡҡа килер. Үҙеңдең идеяларыңды ҡыйыу рәүештә тәҡдим итергә була.
Арыҫлан. Карьера үҫеше көтөлә. Ҡурҡма, ныҡышмал алға бар. Өйҙә ял итергә тырыш, юғиһә, ныҡ арып китеүең ихтимал.
Ҡыҙ. Тормош тәмен тойорһоң. Энергияңды тулыландырып ал: театр, күргәҙмә йә концертҡа барып кил. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр яңы мәғлүмәттәр белергә ярҙам итер.
Үлсәү. Финанс хәлеңде яҡшыртыуҙың яңы ысулдарын эҙләрһең. Шулай ҙа онотма: бар нәмә аҡса менән үлсәнмәй! Иғтибар, һөйөү һәм илһам тигән төшөнсәләр ҙә бар бит әле.
Саян. Элекке ҡағиҙәләрҙе боҙорға, яңыса йәшәргә өйрәнергә кәңәш ителә. Был артыҡ нәмәләрҙән, кәрәкмәгән мөнәсәбәттәрҙән ҡотолорға ярҙам итер.
Уҡсы. Ваҡиғаларҙы ҡабаландырма. Барыһы ла нисек кәрәк – шулай булыр.
Кәзәмөгөҙ. Ноябрь иғтибар, симпатия, яңы танышыуҙар алып киләсәк. Кешеләр һиңә тартыла.
Һыуғояр. Алға табан барыр алдынан артыңа әйләнеп ҡара. Бөтә тир түгеүҙәрең дә аҡландымы? Бәлки, яңы маҡсаттар ҡуйырға кәрәктер.
Балыҡ. Осрашыуҙар, илһам айы. Аралашыуҙар яҡшы кәйеф килтерер.