* Донъяла бөгөн 65 алфавит иҫәпләнә.
* Иң боронғо алфавит өлгөһө Унгаритта (хәҙерге Сүриәнең Рас-Шарта ҡалаһында) табылған. Уның барлыҡҡа килеүенең ваҡыты беҙҙең эраға тиклем 1450 йыл тирәһе тип иҫәпләнә. Ул таблица рәүешендә, 32 сөй тамғанан тора.
* Яңы эраға тиклемге III быуатта Финикия батшаһы Агенорҙың улы Кадм 16 хәрефтән торған алфавит уйлап таба. Гректар уны 24-кә еткерә.
* Иң күп хәрефле алфавит – Камбоджала. Ул – 72 хәрефле. Иң әҙ хәрефле – ни бары 11 хәреф – алфавит Бугенвиль утрауында йәшәүсе ротока ҡәбиләһенеке. Уларҙың телендә тик 6 тартынҡы өн.
* Кавказдағы убых телендә тартынҡы өндәр иң күбе – 65.
* Башҡорт алфавиты 42 хәрефтән тора. Һуҙынҡы өндәр – 9, ҡалғандары – тартынҡы өндәр. Ике хәреф өндө белдермәй, айырыу билдәһе хеҙмәтен үтәй: ъ – ҡалын айырыу билдәһе, ь – нәҙек айырыу билдәһе.
* Вьетнамда йәшәүсе седаг халҡы – һуҙынҡы өндәргә иң байы: 55. Был йәһәттән иң «ярлыһы» – Кавказдағы абхаз халҡы, был телдә ни бары 2 генә һуҙынҡы өн бар.
* Иң боронғо, иң ҡарт хәреф – О. Ул беҙҙең эраға тиклем 1300 йылдар тирәһендә финикиялар алфавитына индерелгән һәм бер үҙгәреш тә кисермәйенсә беҙҙең көндәрҙә лә ҡулланышта йөрөй.
* Донъяла иң таралған хәреф – Ф. Был хәреф булмаған бер генә алфавит та юҡ. Ф – урыҫ телендә «иң урыҫ булмаған» хәреф. Уға башланған бер генә урыҫ һүҙе лә юҡ. Булғандары ла сит телдән ингән.
* Бөгөн Ер йөҙөндә 5 мең 621 диалект һәм тел иҫәпләнә. Шуларҙың 500-ө генә һәйбәтләп өйрәнелгән. Телдәрҙең өстән ике өлөшөнөң яҙмаһы юҡ.
* Донъяла 200-ләп тел айырыуса киң таралған. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ яҙмаһы бар.
* Яһалма тел – эсперантоны поляк күҙ табибы Людвиг Заменгоф уйлап сығарған. Ул 1887 йылдың 26 июлендә эсперанто буйынса тәүге дәреслекте баҫтырып сығара.
* Италия лингвисы Тальявини 12 йәшендә – 7, ә 22 йәшендә 15 тел белә. Ғүмер уртаһына еткәндә 50 телдә иркен аралаша.
* Итальян кардиналы Меццофанти (1774 – 1849), Дания профессоры Раск (1787 – 1832), инглиз Джон Бауринг (1792 – 1872), Яңы Зеландия докторы Гарольд Уильямс (1876 – 1928) 28-ешәр тел белгән. Беҙҙең осорҙа иң танылған полиглот булып 1914 йылда Францияла тыуған Джордж Шмит һанала. Ул БМО-ла эшләгән. 19 телде белгән, ваҡыт етмәү арҡаһында тағы 12 телде ныҡлап үҙләштерә алмаған.
Ф. МЫРҘАҠАЕВ.
Һүрәт: yandex.ru.