-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
11 Ноябрь 2025, 10:31

"Тәмле" йондоҙнамә

Астрологтар, кешеләр холҡо менән генә түгел, ашаған ризығы менән дә айырыла, ти. Ҡайһы йондоҙлоҡ вәкиле нимә ашарға ярата? Ә ниндәй аҙыҡ-түлекте артыҡ ҡулланырға ярамай икән? Әйҙәгеҙ, йондоҙнамәгә күҙ һалайыҡ.

"Тәмле" йондоҙнамә
"Тәмле" йондоҙнамә

Ҡуҙы – ябай, әммә сифатлы аҙыҡ ҡулланырға тырышыусы йондоҙлоҡ вәкиле. Сәйәхәт итергә ярат­ҡас, төрлө аш-һыуҙы белә, рәхәтләнеп ашай. Айырыуса ҡыҙҙырылған һәм ҡыҙыл төҫтәге аҙыҡты күп ҡуллана. Аш-һыу бүлмәһенә оҙаҡ инмәй торһа, ҡыҙып барыусанға әйләнә. Ә бына бешеренеү уныҡы түгел! Байрамдарҙа ғына дуҫтарын, ғаиләһен ғәҙәти булмаған тәмлекәстәр менән аптырата ала. Нимәһе ҡыҙыҡ – ҡуҙы күпме ашаһа ла һимермәй! Шулай ҙа емеш-еләк, йәшелсә күберәк ҡулланыу ҡамасауламаҫ.

Буғалар ашарға ныҡ ярата. Диета тотҡан буғаны осратҡаны­ғыҙ бармы? Юҡтыр. Шуға ла һимермәҫ өсөн йәшелсә, айырыуса сельдерей ашарға тура килер. Диңгеҙ аҙыҡтарын ҡуллана башлағыҙ, һеҙҙең организмға йод етмәй. Татлы аҙыҡтан баш тартығыҙ.

Игеҙәктәр ашағанда һайланмай. Теләһә ҡайһы урында тиҙ генә ҡапҡылап та ала. Бургер, пицца, кола – уның өсөн ғәҙәти аҙыҡ. Үҙҙәренең һаулығын артыҡ ҡайғыртып бармайҙар. Игеҙәктәргә ҡәһүә эсеүҙе кәметергә, күберәк йәшелсә-емеш ашарға, һөт аҙыҡтары ҡулланырға кәңәш ителә.

Ҡыҫалаларҙы, гурмандар, тиергә мөмкин. Төрлө халыҡтың аш-һыуын тәмләргә генә түгел, үҙҙәре лә бешеренергә яраталар. Ә бына кәйефтәре булмағанда татлы аҙыҡты күп ашайҙар. Улай ярамай! Диета тоторға, кальцийлы аҙыҡ-түлек һайларға кәрәк. Әйткәндәй, шәкәр менән тоҙ ҙа – ҡыҫалаларҙың дошманы.

Өс төрлө ризыҡтан торған тәмле төшкө йәки киске аш – арыҫландар өсөн идеаль вариант. Уларға ризыҡ матур итеп би­ҙәлгән дә булһын. Арыҫландарҙың һаулыҡтары ла яҡшы, шулай ҙа майлы аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирмәҫкә кәңәш итә йондоҙҙар. Магнийға бай ризыҡты ашарға тырышығыҙ.

Ҡыҙға диета тотоу мөһим. Тоҙло, боросло, майлы аҙыҡ уға бөтөнләй ярамай. Йәшелсә, сәтләүек, емеш, һөт аҙыҡтары ҡулланыу яҡшы. Ҡыҙҙар шоколад ярата, тик уның менән дә һаҡ булырға кәрәк.

Тәмле-татлы ашарға тиһәң, үлсәүҙе ҡуш. Һәр төшкө йә киске аш десерт менән тамамланырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Йондоҙҙар­ҙан кәңәш: балыҡ, ҡош ите, йәшелсә-емеш ашағыҙ. Яратмаһағыҙ ҙа, һыуҙы күберәк эсегеҙ.

Саяндар экзотик аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Көн һайын әсе ризыҡ та ашар­ға әҙерҙәр. Сама белергә кәрәк! Саяндарға кисен өҫтәл артында аҙыраҡ ултырырға тәҡдим ителә.

Уҡсы аҙыҡ-түлекте төрлөләндереп ашарға ярата. Шулай ҙа милли ризыҡты күберәк ҡуллана. Бауыр өсөн майлы аҙыҡ ауыр икәнен иҫтән сығармаһын ине улар. Шоколад-кәнфитте лә аҙыраҡ ҡуллан­һындар. Һыуҙы йышыраҡ эсһендәр.

Кәзәмөгөҙ йә көнө буйы бутерброд ҡап­ҡылап йөрөй, йә өҫтәлдә булған нәмәне ашап бөтөргә һәләтле. Ашҡаҙан-эсәк өсөн был файҙалы түгел бит! Кәзәмөгөҙ бер аҙыҡҡа өй­рән­һә, ҡапыл ғына икенсегә күсеп китә алмай. Шулай ҙа файҙалы ризыҡты яйлап ашай башларға була. Шоколад, шәкәрҙән баш тартығыҙ.

Һыуғоярға нимә ашағанын контролдә тотоу мотлаҡ. Сөнки был йондоҙлоҡ вәкилдәре тиҙ һимерә, шуға энергияһы ла кәмей. Ә былай эш менән булып, онот­ҡанда бер ҡапҡылап алыуҙары ла бар. Уға тоҙло аҙыҡтан баш тартмаҫҡа һәм океан балығын күберәк ашарға кәрәк. Ә кискеһен хәл йыйырға үлән сәйе ярҙам итер.

Романтика яратыусы балыҡтар ғәҙәти киске ашҡа ҡарағанда матур шарттарҙа ултырып ашауға өҫтөнлөк бирә. Диңгеҙ аҙыҡтары оҡшай уларға. Тормош яратыусы балыҡтар, тәмле итеп ашар­ға-эсергә, ә һуңынан ятып ял итергә кәрәк, тип иҫәпләй. Әҙерәк диета тотоп, физик күнекмәләр яһап торһалар, һаулыҡ яғынан проблема булмаясаҡ. Йәнә тимергә бай ризыҡ ашарға кәр

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас