-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
3 Декабрь 2025, 12:32

Дүрт мең "Ал сәскә"

* 1934 йылда Америка яҙыусыһы Эндерсон Бэтен Шекспир әҫәрҙәрендә ҡулланылған һүҙҙәр энциклопедияһын сығара. Бөйөк әҙип иң күп ҡулланған һүҙҙәрҙең береһе – мөхәббәт, геройҙар телендә ул 2 мең 259 тапҡыр ҡабатлана.

Дүрт мең "Ал сәскә"
Дүрт мең "Ал сәскә"

* Китаптары иң күп уҡыла торған урыҫ классиктары араһынан донъяла иң алда Шекспирҙан ҡала Лев Толс­той тора. Уның әҫәрҙәре 74 телгә тәржемә ителгән.
* Хәҙерге яҙыусылар араһында иң уҡымлыһы – Сыңғыҙ Айытматов. Уның әҫәрҙәре 90 телгә тәржемә ителгән, уларҙың дөйөм тиражы – 17 миллион тирәһе.
* Үҙ дәүеренең иң уҡымышлы, иң оҫта табибы булып танылған Әбүғалисина 400-ҙән ашыу төрлө фәнни хеҙмәт ижад итә. Уларҙың иң мөһиме – «Медицина ҡануны». Биш томдан торған энциклопедик әһәмиәтле хеҙмәтте Әбүғалисина 20 йыл буйы яҙған.
* Францияның күренекле яҙыусыһы Александр-атай Дюма 250 роман һәм 25 пьеса яҙған. Оноре де Бальзак үҙенән һуң барыһы 150 әҫәр ҡалдыр­ған. Лопе де Вега ике меңдән ашыу пьеса яҙған, шуларҙың 470-е генә беҙҙең осорға килеп еткән. Жорж Сименон – 415 роман авторы, шуларҙың 215-енә үҙенең исемен ҡуйып, ә ҡалғандарын төрлө псевдонимдар менән сығарған.
* Пушкин исемендәге театрҙа арҙаҡлы яҡташыбыҙ, яҙыусы Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» – «Аленький цветочек» әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль 2011 йылдың ғинуарында 4 меңенсе тапҡыр уйналған. Уны 3 миллиондан ашыу тамашасы ҡараған.
* Сергей Аксаковтың исеме Меркурийҙағы кратерға бирелгән. Уның диаметры – 174 километр.
* Бөтә донъяға билдәле яҙыусы Лев Толстой 18 йәшенән – Ҡазан университетында уҡыған сағынан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем көндәлек яҙған. Ул 1910 йылда 82 йәшендә вафат була.
* Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим көндәлектәрен 1941 – 1942, 1957 – 2005 йылдарҙа яҙған.
* Рәми Ғарипов мәктәптә уҡығанда уҡ көндәлек алып бара башлай. Ундағы һуңғы яҙма 1977 йылдың 19 февралендә теркәлгән.
* Вольтер үҙенең дуҫтарына 210 мең хат яҙған, улар­ҙың һәр береһен әҙәби әҫәр тип иҫәпләргә мөмкин. Эпистоляр жанрҙа Бернард Шоу ҙа рекорд ҡуйған – ул 250 мең хат яҙған.
* Урыҫ драматургы Алексей Островский – башҡа авторҙар менән берлектә яҙылған 7 һәм үҙе генә яҙған 47 пьесаның авторы.
* Гюго «93-сө йыл» романын – 72-лә, Лев Толстой «Балдан һуң» хикәйәһен – 75-тә, Гёте «Фауст» трагедияһын 81 йәшендә яҙған.
* Хәҙерге заман инглиз яҙыусыһы Барбара Картленд утыҙ йыл эсендә 395 китап ижад иткән. Был эштә уға ярҙамсылары булышҡан. Тексты бер юлы өс стенографистка яҙған, тағы өс хеҙмәткәр романдар ышандырырлыҡ булһын өсөн төрлө белем өлкәләренән мәғлүмәттәр йыйған.
* Күптәр, Корней Чуковский изге күңелле доктор Айболитты уйлап сығарған, тип иҫәпләй, ләкин уның прототибы ла бар. «Вильнюста, – тип яҙа Чуковский үҙенең бер хатында, – Шабад тигән доктор менән таныштым. Доктор Шабадты ҡалала бик яраталар ине. Ул бар булған ярлы-ябағаны ғына түгел, хатта ҡоштарҙы, бигерәк тә күгәрсендәрҙе, бесәйҙәрҙе лә дауалай торғайны. «Айбо­лит»ты яҙғанда нәҡ шул табип күҙ алдында торҙо ла инде...»
* Атаҡлы француз яҙыу­сыһы Виктор Гюго – әҙәбиәт тарихында иң оҙон һөйләм яҙған әҙип. Уның «Хоҡуҡһыҙҙар» романындағы бер һөйләм 823 һүҙҙән тора, улар араһында 93 өтөр, 51 ике нөктә, 4 һыҙыҡ ҡуйыл­ған.
* 1934 йылда Америка яҙыусыһы Эндерсон Бэтен Шекспир әҫәрҙәрендә ҡулланылған һүҙҙәр энциклопедияһын сығара. Бөйөк әҙип иң күп ҡулланған һүҙҙәрҙең береһе – мөхәббәт, геройҙар телендә ул 2 мең 259 тапҡыр ҡабатлана.
* Бөйөк башҡорт шағиры Рәшит Назаров йыш ҡулланған һүҙҙәрҙең береһе – йөрәк. Ул «Ер һәм Йыһан йыры» китабына ингән шиғырҙарҙа һәм поэмаларҙа 281 мәртәбә осрай.
* Кэмерондың «Титаник» фильмында иң йыш осраған һүҙ – Роза (Роуз).
* Инглиз яҙыусыһы Вирджиния Вульф күпселек әҫәрҙәрен аяҡ өҫтө яҙған.
* Бейеүсе Тойо Сибата умыртҡа һөйәге ауырта башлағас, яратҡан һөнәрен ташлай һәм был ҡатындың 2009 йылда, 99 йәшендә, «Күңелеңде төшөрмә» тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
* Ике бөйөк яҙыусы, Шекспир менән Сервантес, бер көндә – 1616 йылдың 23 апрелендә вафат була.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас