-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
22 Декабрь 2025, 10:50

Ат йылын ҡаршылап...

Факил Мырҙаҡаев ағайыбыҙ афоризмдар, әйтемдәр, мәҡәлдәр тәҡдим итә. Һүрәт: Әбйәлил районы Асҡарҙағы 1-се мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Айлина Байгилдинаныҡы.

Ат йылын ҡаршылап...
Ат йылын ҡаршылап...

Фекерҙәр һәм афоризмдар

Атты мин менгегә ярағаны, еккегә барғаны, йәғни кешегә хеҙмәт иткәне, эшкә ярағаны өсөн генә, кешенең ярҙамсыһы итеп кенә түгел, ә беҙҙең ата-бабаларҙың тормошо, көнкүреше, йәшәү рәүеше итеп тә ҡараным. Ат беҙҙең башҡорттоң таянысы ғына түгел, ә ҡанаты ла булған.

Әнүр Вахитов

 

Йөҙ мең алтын торор ине менеп йөрөгән аттарым.

Аҡмулла

 

Атһыҙ башҡорт — ҡанатһыҙ ҡош кеүек,

Ат — башҡорттоң ғүмер юлдашы.

Салауат Әбүзәр

 

Кем йөрәген арбамаҫ ат,

Тик, йоҡлама, шуға ла баҡ:

Хаҡ ир эйәр һалыр уға,

Иҫәүәнде иҙер тояҡ.

Рәшит Назаров

 

Хәтерләйҙер, ишетәлер, —

Күп күргән башҡорт аты.

Яҙмыштарҙы уртаҡлашып,

Булған ирҙең ҡанаты.

Фәнил Күзбәков

 

Алмағастар сәскә атты инде,

Сәскә атты инде баланы.

Киң яландар күкрәп киткән саҡта

Ат атлана башҡорт балаһы.

Тимер Йосопов

 

Тирә-йүн тулы булһа ла

«Ҡорос» ат, «тимер» арба,

Кешегә кәрәк йөктәрҙе

Һаман ат тартып бара.

Әлфиә Әсәҙуллина

 

Бөгөн дә бит халҡым, ал-ял белмәй,

Ил ҡотайтҡан бөтә яҡтарҙа

Машиналар менән бер ҡатарҙан

Заман йөгөн тарта аттар ҙа.

Самат Ғәбиҙуллин

 

Нисә быуындарҙы таң ҡалдырҙы башҡорт атындағы батырлыҡ.

Ғилемдар Рамазанов

 

Аттарҙа ла кеше яҙмыштары.

Салауат Рәхмәтулла

 

Был заманда атҡа мохтажлыҡ юҡ,

Һирәк уны хөрмәт итеүсе.

Ҡайҙа булды

Ат ҡәҙерен белгән

Полководец һәм дә көтөүсе…

Мөхәммәт Илбаев

 

Ниңә онотола ҡанлы тарих —

Аттар менән утҡа кергәндәр;

Аттар түгелме ни, тир-ҡан түгеп,

Беҙҙең өсөн ғүмер биргәндәр?!

Нур Хәбиров

 

Оло бәйге көндәрендә генә

Сапҡан аттар ҙа бар,

Ғүмер буйы ауыр арбаларҙы

Тартҡан аттар ҙа бар.

Булат Рафиҡов

 

Талдан тал үҫә, тайҙан матур байтал үҫә.

Шәйехзада Бабич

 

Халҡыма ат — атаһылай ғәзиз,

Йәл түгел һис ярты батшалыҡ

Их, дәрт итәм:

Ерҙәр гиҙ ине ул

Яҡшы атҡа ғына атланып.

Тамара Ғәниева

 

 

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

 

* Ат – егеттең юлдашы.

* Йылҡы ҡолондан үҫер.

* Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.

* Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.

* Айһыҙ атың маҡтама.

* Аҡбуҙ атҡа  еҙ ҡамсы.

* Аҡһаҡ ат күп йөрөр.

* Алтын йүгән атты яҡшыртмаҫ.

* Егет менән ат башы күрә.

* Йүгерек атҡа ял теймәй.

* Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.

* Ат арымаһа, аҙыҡтан.

* Эйәрләнгән ат эйәһен көтөр.

* Ат аунаған ерҙә төк ҡала.

* Ат тартмай – һоло тарта.

* Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була.

* Атҡа эйәр йөк булмаҫ.

* Арғымаҡ алын бирмәҫ.

* Айғыр өйөрөн ташламаҫ.

* Йылҡы – малдың батшаһы.

* Арғымаҡ менгән арымаҫ.

* Булыр ат ҡолон сағынан билдәле.

* Ат кәбәндән ҡурҡмаҫ.

* Атыңа ҡарап юлға сыҡ.

* Ат ҡолағы һаҡ булыр.

* Ат сапҡанда беленер.

* Ҡолон аҫраһаң, ат менерһең.

* Атҡа ышанма: ат, кем менһә, шуныҡы.

* Атты ауыҙлыҡ өйрәтә.

* Аттың аҫылына атлан.

* Аттың даны егет ҡулында.

* Аттың күрке ял булыр.

* Аттың саяһы – юрға.

* Атың һимеҙ булһа, юлың ҡыҫҡа булыр.

 

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас