-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Декабрь 2025, 15:58

"Ат"ҡа кем менән дуҫлашырға?

Ат йылы килә. Был билдә аҫтында тыуғандар башҡалар менән ниндәй мөнәсәбәттә икән? Кем менән яҡшы дуҫ, ә кемдәрҙе яратып еткермәй?

"Ат"ҡа кем менән дуҫлашырға?
"Ат"ҡа кем менән дуҫлашырға?

Сысҡан менән Ат бер-береһен күбеһенсә дошман күрә икән.

Үгеҙ менән дә мөнәсәбәттәре яйлы ғына түгел. Әгәр пар булһалар, ауырға тура киләсәк.

Ә бына Юлбарыҫ менән Аттың барыһы ла яҡшы. Улар бер-береһен аңлап көн күрә.

Ҡуян менән дуҫлашһа, йыл хужаһы уңасаҡ. Мөхәббәт өлкәһендә лә бындай дуҫлыҡ ныҡлы.
Аждаһа менән ниндәйҙер мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килһә, Ат уйларға тейеш: килешеп йәшәй алырҙармы? Икеһе лә үҙһүҙле бит.

Йылан менән Ат – икеһе ике төрлө, үҙенсәлекле билдә. Шулай ҙа килешеп эшләргә, йәшәргә була.

Ә бына ике Ат тормош ҡор­һа, нисек була? Бергәләп үҫешеү мөһим, юғи­һә, күңел­һеҙ буласаҡ.

Нескә һәм романтик Һарыҡ әүҙем Ат менән килешеп кенә йәшәй. Улар бәхетле.

Маймыл да – лидер, шуға йыл хужаһы менән аңлашып эш итһә, дуҫлыҡҡа һәм мөхәббәткә юл асыҡ.

Әтәс менән гел конфликт көтә. Атҡа уның менән мөнәсәбәт ҡормау хәйерле.

Тормош юлдашы итеп Этте һайлаған Ат бәхетле буласаҡ. Уларҙың уртаҡ темалары күп.

Сусҡа тыныс билдә булһа, Ат иһә күберәк үҙен генә уйлап, парының ҡәҙерен белмәүе бар. Сусҡа оҙаҡ түҙер микән?

Фото: yandex.ru.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас