-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Декабрь 2025, 16:14

"Башҡорт аты" викторинаһы

Факил Мырҙаҡаевтан һорауҙар.

"Башҡорт аты" викторинаһы
"Башҡорт аты" викторинаһы

1. Мәҡәлдә төшөп ҡалған һүҙҙе табығыҙ:
Ат алмаҫ борон ... әҙерләмә.
А) Һарай.
Б) Йүгән.
В) Бесән.
Г) Даға.
2. Париждағы башҡорт аты ҡатнашҡан Бөтә донъя фестивале үткәрелгән йыл:
А) 1886.
Б) 1877.
В) 1867.
Г) 1901.
3. Ҡадир Даяндың «Шайморатов генерал» шиғырына көй яҙған композитор:
А) Камил Рәхимов.
Б) Нариман Сабитов.
В) Рәүеф Мортазин.
Г) Заһир Исмәғилев.
4. Йылҡысыҡҡан күле ниндәй районда?
А) Бөрйән.
Б) Әбйәлил.
В) Учалы.
Г) Ғафури.
5. Йомаҡтың яуабын табығыҙ.
Иргә – ҡанат,
Солтанға – һанат,
Йәй арымай,
Ҡыш ҡарышмай.
А) Эт.
Б) Ҡоралай.
В) Ат.
Г) Һыйыр.
6. Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромы асылған йыл:
А) 1989.
Б) 1977.
В) 1983.
Г) 1995.
7. «Башҡорт аты» фестивале үткәрелгән күл буйы:
А) Асылыкүл.
Б) Граф.
В) Талҡаҫ.
Г) Ҡандракүл.
8. «Атлы башҡорт» повесы авторы кем?
А) Рәшит Солтангәрәев.
Б) Таһир Таһиров.
В) Яныбай Хамматов.
Г) Рамаҙан Өмөтбаев.
9. Өйөргә ҡушыу өсөн өлгөрөп етмәгән йәш айғыр малы:
А) Дүнән.
Б) Тай.
В) Һәүерек.
Г) Ҡонан.
10. Миәкә районы Илсеғол ауылында Керчь атына ҡуйылған һәйкәлдең скульпторы?
А) Илдус Закиров.
Б) Лев Кербель.
В) Сосланбәк Тавасиев.
Г) Зилфәт Басиров.
11. Башҡорт халыҡ йырында ниндәй төҫтәге атҡа дан йырлана?
Ынтыл ғына ынтыл,
әй, ... атым,
Елбер генә елбер ял өсөн.
Аяма ла йәнең, әй, ... атым,
Йөҙ егерме
башҡорт ҡаны өсөн.
А) Туры.
Б) Һары.
В) Ҡара.
Г) Ерән.

ҺҮРӘТ: Рината Фәхретдинова, Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас