-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
10 Ғинуар , 14:37

Иң бәләкәй ат

Донъялағы иң бәләкәй аттар — фалабеллалар. Уларҙың бейеклеге 45-75 cантиметр, ә ауырлыҡтары — 20-60 килограмм ғына.

Иң бәләкәй ат
Иң бәләкәй ат
Төҫтәре төрлө була. Әлбиттә, был бәләкәй аттарҙа өлкән кеше һыбай йөрөй алмай. Балаларҙы йөрөтәләр. Егергә мөмкин. Эшкә бик ярамаһалар ҙа төрлө илдәрҙә фалабеллаларға ҡыҙыҡһыныу арта. Хатта фатирҙарында йәшәтеүселәр бар икән. Әммә ат ат инде, уға йәшел үләндә йөрөү, ҡырҙа сабыу кәрәк.
Йәм өсөн, йорт хайуаны итеп тоталар, циркта файҙаланалар. Был бәләкәй аттар бик аҡыллы, тыңлаусан, өйрәтеүе еңел, кәүҙәләре лә бик матур.
Фалабеллалар оҙаҡ, 45 йыл тирәһе йәшәй. Уларҙы Америкала, Голландияла, Великобританияла, Италияла, Австралияла, Германияла үрсетәләр. Ә барлыҡҡа килгән илдәре — Аргентина.
Фото: dzeninfra.
 
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас