+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
23 Января , 05:37

Иң бәләкәй буйлы халыҡ ниндәй илдә йәшәй?

Факил Мырҙаҡаевтан кеше тураһында ҡыҙыҡлы факттар.

Иң бәләкәй буйлы халыҡ ниндәй илдә йәшәй?Иң бәләкәй буйлы халыҡ ниндәй илдә йәшәй?
Иң бәләкәй буйлы халыҡ ниндәй илдә йәшәй?

* Донъяла иң бәләкәй буйлы кешеләр Японияла йәшәй.
* Ер йөҙөндә уртаса иң оҙон буйлылар булып голландтар һанала.
* Бер кеше үҙ ғүмерендә яҡынса 10 000 литр һыу эсә, 1 000 килограмм төрлө май­ҙар, 7 000 килограмм икмәк, 2 000 килограмм ит, 4 000 килограмм балыҡ, 5 000 килограмм картуф, 5 000 дана йомортҡа, 500 килограмм тоҙ ашай.
* Кеше аҙыҡһыҙ – алты аҙна, ә һыуһыҙ биш-ете тәүлек кенә йәшәй.
* Асыҡҡанлыҡ бер телем икмәк ашағандан һуң 20 минут үткәс бөтә икән.
* Кешенең 50 грамлы, оҙонлоғо 9 сантиметрлы теле 17 мускулдан тора.
* Кеше кәүҙәһендә 200-220 миллион күҙәнәк бар. Был күҙәнәктәрҙең ғүмере 5 көндән артмай. Бер минутта 1 миллион күҙәнәк барлыҡҡа килә.
* Йөрәктең ауырлығы – 300 грамм. Ул бер минутта 75 тапҡыр тибә, һәр сәғәт һайын 360 литр ҡанды хәрәкәтләндерә, ғүмер эсендә 3 миллиард тибеш яһай.
* Биш литр ҡан йөрөгән тамырҙарҙың оҙонлоғо – 200 мең километр, йәғни Ер шарын 5 тапҡыр урап сығыр ине. Бер ҡулдан икенсе ҡулға ҡан 15 секундта барып етә. Тамырҙарҙағы ҡан тәүлек эсендә 97 мең километр ара үтә.
* Кеше айына – 240 сәғәт, йылына 2880 сәғәт йоҡлай. Был 120 көн тигән һүҙ. Үҙ ғүмерендә кеше 25 йылын йоҡоға сарыф итә.
* Кешеләр – тере йәндәр араһында арҡаһында йоҡлай торған берҙән-бер зат.
* Леонардо да Винчи һәр дүрт сәғәт һайын 15-әр минут серем итеп алған. Наполеон Бонапарт тәүлегенә 4 сә­ғәт кенә йоҡлаған. Атаҡлы философ Кант шул тиклем оҙаҡ йоҡлай алған, хатта хеҙмәтсеһенә үҙен уятырға ҡушып ятырға мәжбүр булған. Вольфганг Гёте һәм Уинстон Черчилль иртәнге сәғәт 4-кә тиклем эшләп ултырған. Атаҡлы уйлап табыусы һәм эшҡыуар Томас Эдисон 65 йәшенә тиклем 20-шәр сәғәт эшләгән. Иосиф Сталин да бик аҙ йоҡлаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә шылтыратыуын белеп торғандар.
* Украинаның Могилёв ауылында 1920 йылда тыуған Надежда Лебидина – донъя­ла иң оҙаҡ йоҡлаған кеше. Ул 1954 йылда йоҡоға тала һәм 1974 йылда ғына уяна.
* Кеше организмы йүгергән саҡта хәрәкәт итмәгән мәлдәгегә ҡарағанда 7 тап­ҡырға күберәк энергия сарыф итә.
* Кеше көн һайын – бер сәғәт, ә ғүмере дауамында ике йыл ярым тирәһе һөйләшә. Әгәр һөйләгәндәребеҙҙе яҙып барһаҡ, һәр береһе 400 битлек мең том килеп сығасаҡ.
* Донъяла бармаҡ эҙҙәре бер төрлө ике кеше юҡ.
* Көн һайын 15 минут көлөү йылына 2 килограмм ауырлыҡты кәметергә булыша.
* Көлгән саҡта организмдағы 80 мускул хәрәкәткә килә.
* Балалар көнөнә – уртаса 400 тап­ҡыр, ә ололар 15 тап­ҡыр көлә.
* Кеше йоҡлағанда 340 грамға тиклем ауырлығын юғалта.
* Зәңгәр күҙлеләр ҡараңғыла яҡшыраҡ күрә.
* Кеше көнөнә – уртаса 20 мең, бер йыл буйына – 7 миллион, ә тормошоноң 70 йылында 500 миллионға яҡын аҙым яһай. Был юл яҡынса Ерҙән алып Айға тиклем булған араға тигеҙ.
* 63 йәшлек инглиз ҡатыны Барбара Мур 41 сәғәт 40 минутта бер туҡтамай 269 саҡрым ер атлай.
* Кеше организмындағы тимер бәләкәй ҡул сәғәтенең кескәй генә бер шөрөбөн эшләргә етер ине.
* Һары сәс составында алтын бар.
* Самолётта осҡан ваҡытта кешенең сәсе ике тапҡыр тиҙерәк үҫә.
* Сәс көнөнә – 0,33 миллиметр, бер йылда – 12 сантиметр, тотош йәшәү дәүерендә 7 метрға тиклем үҫә.
* Әгәр йүгереүсе кешенең аяҡтары ҡырмыҫҡаныҡы кеүек ҡыҙыу хәрәкәт итһә, уның йүгереү тиҙлеге сәғәтенә 1500 километрға етер ине.
* 2200 метр бейеклегендәге тау түбәһендә урынлашҡан Әзербайжандың Пирассура ауылы кешеһе Мәхмүт Әйүәзов – 152, Англияла почта хеҙмәткәре Роберт Тейлор 133 йыл йәшәй.
* Боронғо грек фәйләсуфы һәм драматургы Софокл 89 йәшендә «Эдип в Колоне» трагедияһын ижад итә, Джузеппе Верди 75 йәшендә «Отелло» операһын тамамлай, ә 80-дә һуңғы операһы «Фальстаф»ты яҙа.
* Актриса Сара Бернар 70 йәшендә 13 йәшлек Джульеттаны сәхнәлә уйнай.
* Испаниянан Хорхе Каморро 200 сәғәт 20 минут буйы бер туҡтауһыҙ йырлаған.
* Һиндостан кешеһе Шри Реви, 34 сәғәт буйы бер аяғында баҫып тороп, донъя рекорды ҡуйған.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас