* Лондон ҡалаһындағы «Фойлз» китап магазины донъяла иң ҙуры икән. Уның кәштәләренең дөйөм оҙонлоғо – 48 километр, майҙаны – 7044 квадрат метр.
* Өфөлә беренсе китапхана – 1836 йылдың 25 мартында, ә 1921 йылдың 9 мартында Өфө губернаһының үҙәк ғилми китапханаһы асыла.
* Британия китапханаһында иң йыш урланған китап – Гиннестың рекордтар китабы.
* Ҡағыҙҙы Цай Лун исемле Ҡытай кешеһе уйлап тапҡан.
* Донъялағы иң ҙур китап – Египеттағы бер ҡорам стенаһына уйып яҙылған йылъяҙма. Уның таш «биттәре»нең киңлеге – 40 метр.
* Ҡағыҙға баҫылған иң ҡалын китап – 8048 битле Библия. Ауырлығы 500 килограмм тартҡан был китап Америкала һаҡлана.
* 1965 йылдың 17 октябрендә Америкала донъялағы иң ҡалын – 945 биттән торған, ауырлығы 3,5 килограмм тартҡан гәзит баҫыла.
* Иң бәләкәй китап – Японияла. Асао Хосимо торлағында сығарылған был китаптың оҙонлоғо – 1,4 миллиметр, ул 20 биттән тора.
* Донъяла беренсе журнал 1665 йылда Францияла баҫылған. Рәсәйҙәге тәүге журнал 1728 йылда «Санкт-Петербург ведомостары» гәзитенә ҡушымта рәүешендә нәшер ителгән.
* Ҡырғыҙ халҡының Манас тураһындағы эпосы донъялағы иң ҙур поэма булып иҫәпләнә. Ул китап булып 1958 йылда баҫылып сыға.
* Беҙҙең «Урал батыр» эпосы 4576 шиғри һәм 19 проза юлынан тора.
* Тәүге нәфис әҙәби журнал «Праздное время, в пользу употребленное» тип атала, ул 1759 йылда донъя күрә. Балалар өсөн тәүге журнал 1785 йылда «Детское чтение для сердца и разума» тигән исем менән сыға.
* Халыҡтың киң ҡатламы өсөн тәғәйенләнгән тәүге календарь 1709 йылда төҙөлә. Беҙҙә башҡорт телендәге беренсе календарь 1986 йылда баҫыла.
* Рәсәйҙә беренсе баҫма гәзит 1702 йылда сығарыла. Ул – Пётр Беренсенең «Ведомостары». Башҡортостан биләмәһендәге тәүге гәзит – «Ырымбур губерна ведомостары». Беренсе һаны 1838 йылдың 1 ғинуарында баҫыла. Тиражы – 240 дана.
* Донъяла иң ҙур гәзит 1859 йылда Нью-Йоркта баҫылып сыға. Уның бите 182х230 сантиметр ҙурлығында була.
* Донъяла иң бәләкәй гәзит – почта открыткаһы ҙурлығында. Ул «Кәрт уйнаусыларҙың аҙналыҡ гәзите» тип атала һәм Францияла 60 дана тираж менән нәшер ителә.
* Иң ҙур энциклопедия Ҡытайҙа баҫылған. 11095 томлы был баҫманы төҙөүҙә ике меңдән ашыу ғалим ҡатнашҡан.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.