* 1843 йылда Чехияның Дачице шәкәр заводы управляющийы Яков Кристоф рафинад шәкәрен уйлап таба. Әлеге көндә элекке шәкәр заводы урынына рафинад шәкәренә һәйкәл ҡуйылған.
* Санкт-Петербургта Гоголь повесындағы танау, батыр һалдат Швейк, ғәйепһеҙгә үлтерелгән эт Муму, изге кеше Гаврош һәйкәлдәре бар. Тамбовта – бүрегә, Ижевскиҙа – билмәнгә, Мышкинда – быймаға, Томскиҙа бәхеткә һәйкәл ҡойолған.
* Угра йылғаһының текә ярында донъяла йырға ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл ҡалҡып тора. Шағир Михаил Исаковский «Катюша» йырының һүҙҙәрен Смоленск өлкәһенең Глотовка ауылында яҙа башлап, Всходы ауылында тамамлап ҡуя. Угра районы халҡы йырға һәйкәл ҡуйып, уны мәңгеләштерергә ҡарар итә.
* Флоренция эргәһендәге Борго-Сан-Лоренцо ҡалаһында «Көтөп тороусы эткә» тип аталған һәйкәл бар. Ул ун дүрт йыл буйы хужаһын көткән Фидо ҡушаматлы эткә ҡуйылған.
* Бөйөк Британияла күгәрсенгә бронзанан һәйкәл ҡуйылған. Ул 1942 йылдың яҙында һыу аҫты кәмәһенән хәбәр алып килгәне өсөн иң юғары хәрби бүләккә лайыҡ була.
* 1961 йылда Ростовта йәшәгән Витя Черевичкин исемле малайға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы батырлығын һынландырған бронза һәйкәл ҡуйыла. Ул күгәрсендәр үрсеткән. Гитлерсылар ҡоштарҙы юҡ итергә әмер биргәс, Витя ҡанатлы дуҫтарын иреккә сығарып ебәрә. Был ҡылығы өсөн малай үлтерелә.
* 1986 йылдың 4 июлендә Нью-Йоркта урынлаштырылған Азатлыҡ статуяһы Уралдан килтерелгән металдан ҡойолған.
* 1993 йылдың 12 июнендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауы башына ҡурайға һәйкәл ҡуйыла. 15 метр бейеклектәге, 19 тажлы һәйкәлдең авторы – Миҙхәт Байрамғолов.
* Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың Өфөләге һәйкәле Европалағы, Мәскәүҙәге, Петербургтағы ябай ат статуяларынан ҙурыраҡ.
* Өфөнөң Октябрь проспектындағы «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәге алдында урам һепереүсегә һәйкәл ҡуйылған.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.