+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
19 Март , 10:19

Иң ҡайнар күл ҡайҙа?

* Ер йөҙөндә иң ҙур күл – Каспий. Элек ул океан менән тоташҡан булған. Ҙурлығына һәм һыуының тоҙлолоғона ҡарап, уны диңгеҙ тип йөрөткәндәр. Оҙонлоғо – 1 мең 225 километр, майҙаны – 371 мең 800 квадрат метр, иң тәрән урыны 1 мең 25 метрға етә.

Иң ҡайнар күл ҡайҙа?
Иң ҡайнар күл ҡайҙа?

* Ер шарындағы иң тоҙло күл – Төркиәләге Посгундак күле. Уның 1 литр һыуына 368 грамм тоҙ тура килә.
* Байкал – донъяла сөсө һыулы иң ҙур күл. Майҙаны – 64 мең 100 квадрат метр, иң тәрән урыны – 1 мең 620 метр, оҙонлоғо – 620, киңлеге – 32–74 километр.
* Тоҙло Уюни – Боливияның Альтиплано сүллегендәге кипкән тоҙло күл. Был үҙенсәлекле урын иң ҙур тоҙ сығанағы булып тора. Йыл һайын унан 25 мең тоннаға тиклем тоҙ алалар. Иң ғәжәбе шул: ямғыр яуғандан һуң күл ерҙәге иң ҙур көҙгөгә әйләнә. Ул асыҡ итеп күк йөҙөн, тирә-яғындағы матурлыҡты сағылдыра.
* Донъялағы иң эҫе күл Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйындағы Синай ярымутрауында урынлашҡан. Күлдең өҫтөндә йылылыҡ 16 градус булһа, 6 метр тәрәнлектә ҡышын – 48, ә йәйен 60 градусҡа ҡәҙәр эҫе. Күл диңгеҙҙән 30 метр алыҫлыҡта ята. Шуға күрә диңгеҙ һыуы ла үтеп инә. Тәрәнәйгән һайын һыуының тоҙлолоғо уртаса ике тапҡырға арта бара.
* Донъялағы күлдәрҙең 60 про­центы – Канадала. Уларҙы теүәл генә иҫәпләп тә сығара алмайҙар.
* Иң ҡайнар күл – Камчаткалағы Фумароль күле (һүрәттә). Уның температураһы 50 градустан артыҡ, шуға тереклек тә юҡ.
* Иң һалҡын күл – Таймыр ярым­утрауында, уның һыуы иң йылы ваҡытта ла 5–7 градустан артмай.
* Үле диңгеҙҙең һыуы океан һыуынан 10 тапҡырға тоҙлораҡ. Унда бер йән эйәһе лә йәшәй алмай. Хатта микроорганизмдар ҙа. Диңгеҙҙең исеме лә ошонан алынған.
* Сицилия утрауындағы бер күлдең яр буйҙарында бер ниндәй үҫемлек тә үҫмәй, ә һыуында бер тереклек тә юҡ. Һыуға эләккән бөтә нәмә шунда уҡ үлә. Ғалимдар бында көкөрт кислотаһының ҙур күләмдә булыуын асыҡлаған. Күлдең төбөндә ошо матдә менән туҡландырып тороусы ике сығанаҡ бар икән.
* Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә содалы күлдәр бар. Кулундин далаларындағы күлдәрҙән тәбиғи сода алалар. Яҡын-тирәләге халыҡ күлгә һабынһыҙ кер йыуырға килә.
* Ғалимдар Марс планетаһы өҫтөндә һыуҙың ғәжәйеп күплеген байтаҡ йылдар элек үк иҫбатлаған. 2005 йылда, 40 йыл буйы тикшеренеү эштәре алып барғандан һуң, Ҡыҙыл планетаның төньяҡ ҡотобондағы ҙур булмаған картерҙа «Марс экспресс» ЕСА космик карабы киңлеге 15 километрға еткән туң күл барлығын асты.
* Башҡортостанда иһә иң ҙур күл – Асылыкүл. Май­ҙаны – 23,5 квадрат километр, уртаса тәрәнлеге – 5,1 метр.

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас