+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
25 Июня , 09:53

Һәләтһеҙҙәр һәм һәләтлеләр

Ҡыҙыҡлы факттарҙы Факил ағай Мырҙаҡаев йыйған. «Бындай наҙандан йүнле кеше сыҡмаясаҡ», – тип ниндәй билдәле кеше хаҡында әйткәндәр икән?

Һәләтһеҙҙәр һәм һәләтлеләрҺәләтһеҙҙәр һәм һәләтлеләр
Һәләтһеҙҙәр һәм һәләтлеләр

* Нобель премияһы лауреаты Альберт Эйнштейн дүрт йәшенә тиклем һөйләшә белмәй. Колледжа уҡыған сағында уның өсөн иң ауыр фән физика була. Уҡытыу­сыһының: «Бындай наҙандан йүнле кеше сыҡмаясаҡ», – тиеүенә лә, политехникумға ингәндә имтихандарын «икеле»гә биреүенә лә ҡарамаҫтан, Эйнштейн үҙенең физиканан һәләтенә ныҡ ышана. Уны аңлай алмауҙарына ғәжәп итерлек бер нәмә лә юҡ, ғалимдың үҙе әйтеүенсә, 26 йәшендә асҡан сағыштырмалыҡ теорияһын да (теория относительности) донъяла унлап ҡына кеше аңлай ала торғандыр.
* Бөйөк актриса Фаина Раневскаяға хеҙмәт юлын башлағанда бик еңелдән булмай. Мәскәү янындағы бер театрға эшкә инергә барғас, уға режиссёр: «Тамсы ғына ла һәләте юҡ», – тигән баһа бирә.
* Дмитрий Менделеев Петербург университетына уҡырға килә, тик химиянан имтихан бирә алмай. Аҙаҡ нығыраҡ әҙерләнеп педагогия институтына уҡырға инә.
* Замандаштары хәтерләүенсә, Исаак Ньютон ныҡ насар уҡый, шуға уҡытыусылар уны: «Өмөтһөҙ бала», – тип атай.
* Пётр Капица – физика буйынса буласаҡ Нобель премияһы лауреаты – Кронштадт реаль училищеһынан өлгәшмәгәне, насар уҡығаны өсөн ҡыуыла.
* Джордж Байрон менән Вальтер Скотт, Чарльз Дарвин мәктәптә наҙандар рәтендә йөрөгән. Аҙаҡ ниндәй бөйөк шәхестәр булып китәләр!
* Американың Алабама штатында йәшәүсе Майкл Керни алты йәшендә – 1990 йылдың июль айында өлгөргәнлек аттестаты ала.
* Немец математигы Карл Витте Гессен университеты философия фәндәре докторы дәрәжәһенә 1814 йылда 12 йәшендә лайыҡ була.
* Сергей Прокофьев «Һинд галошы» әҫәрен – 5 йәштә, «Великан» операһын 9 йәшендә яҙған.
* 1950 йылдың мартында Италия ҡыҙы Джинетта Глория Бьянка опера йырсыһы сифатында 15 йәштә «Риголетто»ла Джильда партияһын башҡара.
* 1992 йылдың апрелендә 10 йәшлек американ Брайтон Роберт Шуман Төньяҡ ҡотопта була. Белеүебеҙсә, унда самолётта оса. Ә бына Көньяҡ ҡотопҡа ул 1993 йылдың декабрендә велосипедта барып етә.
* Француз математигы Алекс Клеро 10 йәшендә математик анализ буйынса китаптарҙы йотлоғоп уҡый, ә 13 йәшендә Париждың Фәндәр академияһына тәүге тикшеренеү һөҙөмтәләрен ебәрә. 16 йәшендә академик дәрәжәһенә лайыҡ була.
* Кибернетика «ата­һы» Норберт Винер фән менән биш йәшендә ҡыҙыҡһына башлай. 11 йәшендә мәктәпте тамамлай, 12-лә кол­ледж­ға уҡырға инә, ә 14 йә­шендә тәүге фәнни дәрәжә ала.
*Рәсәйҙә генә түгел, донъя күләмендә лә билдәле атаҡлы табип Николай Пирогов 14 йәшендә Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға инә, 18 йәшендә табип дипломы ала. 22 йәшендә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 25 йәшендә профессор дәрәжәһен ала.
* 13 йәшендә Майя Чибурданидзе – халыҡ-ара мастер, 15 йәшендә – гроссмейстер, 17 йәшендә шахмат буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң йәш донъя чемпионы була.
* Бөйөк Моцарт 7 йәшендә дүрт соната яҙған.
* Туғыҙ йәшлек Гёте грек, латин, немец телдәрендә шиғырҙар яҙа.
* Блез Паскаль 15 йәшендә фәнни хеҙмәт баҫтыра.
* Альбрехт Дюрер донъя сән­ғәтенең алтын фондына ингән автопортретын 13 йәшендә төшөрә.
* Карл Фридрих Гаусс үҙенең иң бөйөк асыштарын 14 –17 йәшендә яһаған.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас