+31 °С
Ясно
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
7 Июля , 07:33

«Бер ни белмәгән көйө сәйәсәткә ҡыҫылма»

...«Өйөм башында ярты икмәк» тигән йомаҡтың яуабы «ай» икәнлеген һәр кем белә. Бер мәл мин дә ошо йомаҡтың эсенә уның яуабын уҡ «ҡыҫтырып» ебәреп, таныштарымды шаяртып алырға булдым. Тегеләргә былай тип әйтәм: «Өйөм башында – ярты ай, шул нимә була?» Күптәре, нишләптер, һис тә уйлап тормаҫтан, «икмәк», тип яуап бирә (ошо йомаҡты һәр кемегеҙ ҙә таныштарығыҙға тап ана шулай, киреһенсә әйтеп ҡарағыҙ әле)...

«Бер ни белмәгән көйө сәйәсәткә ҡыҫылма»«Бер ни белмәгән көйө сәйәсәткә ҡыҫылма»
«Бер ни белмәгән көйө сәйәсәткә ҡыҫылма»

Элегерәк ауылыбыҙҙа ғәйәт шаян бер ағай йәшәне. Һәр төрлө мәҙәктәр уйлап сығарып, йәштәрҙең башын ҡатырыуға маһир булды. Ҡыҙыҡлы һорауҙар биргән булып, кешеләргә «төрттөрөп» көлдөрөр ине. Бер мәл миңә:
– Хәлил ҡустым, һиңә ике һорауым бар. Береһе зоология темаһына булһа, ә икенсеһе – сәйәсәткә ҡағылышлы, – тине ул ғәҙәтенсә мут йылмайып.
Мин ни ундай-бындай әңгәмәләргә ҡушылып китергә һәр саҡ әҙер инде. Бик етди төҫ алып, был ағайҙы тыңларға әҙерләндем.
– Йә, Ишбулды ағай, бир һорауыңды.
– Беренсеһе, әйткәнемсә, зоология фәненә ҡағылышлы. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, йылҡы менән һыйыр малы бер үк шарттарҙа йәшәй. Бер төрлө бесән ашай, шул уҡ һыуҙы эсә, әммә уларҙың тиҙәктәре шул тиклем бер-береһенән ныҡ айырыла. Уларҙың формалары һәм консис­тенциялары бөтөнләйгә башҡа... Ни өсөн шулай? Ошоға яуап тапҡандан һуң бик «важный» сәйәси һорау бирәм үҙеңә...
Минең медицина институтына инергә әҙерләнеп, биологияны өйрәнеп йөрөгән генә мәл. Уға үҙ белемем кимәлендә хайуандарҙың был ике төрөнөң эске органдары төҙөлөшө айырмаһы тураһында һөйләп бирҙем. Әммә Ишбулды ағайым минең менән һис кенә лә ризалашырға уйламай.
– Юу-уҡ, ҡустым. Эш бөтөнләйгә унда түгел. Тағы бер аҙ уйлаңҡыра...
– Һыйыр – көйөш малы, ашаған үләнен кикереп сығарып, яҡшылап көйшәп, йәнә кире йота бит ул, ә ат шунда уҡ ары-бире сәйнәп, шул көйөнсә генә һоғона бирә...
– Улай ҙа түгел...
Уға төрлөсә итеп аңлатырға тырыша торғас, тамам арыным.
– Юҡ, Ишбулды ағай, башҡаса бер нисек тә яуап бирә алмайым, дауай теге «политический вопросыңды»!
– Ә һин, ҡустым, әле тиҙәкте тиҙәктән айыра алмайһың, ә үҙең тағы сәйәсәткә ҡыҫылмаҡсы булаһыңмы?!.
Мин аптырап ҡалдым. Бер һүҙ әйтә алманым.
Икенсе бер мәл был ағай миңә йомаҡ эйгән булып, тағы бер аҙ башымды ҡаңғыртып алды.
– Йомаҡтар беләһеңме, Хәлил ҡустым?
– Белә торғайным. Мәктәптә лә үттек.
– Улай булһа, тыңла:
Ура, һуға, елгәрә,
Үҙе тейәп ебәрә,
Эшләүҙә лә иренмәй,
Үҙе күҙгә күренмәй...
Был йомаҡ ифрат та таныш һәм ябай һымаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта яуабын да әйтә алмайым. Тәүге яртыһы – комбайнды, икенсе яртыһы электр тогын аңлатҡан ике йомаҡты бергә ҡушып биргән икән был шуҡ ағай...
Бер көн ул, әлегесә йомаҡтарҙан «винегрет» яһап, тағы бер башбутағыс бирҙе:
Өйөм арты дүрт бүре,
Дүртеһе лә – күк бүре,
Күтәрелде-бәрелде,
Ҡап уртаға ярылды…
Йомаҡтың тәүге яртыһы – әлбиттә, өйҙөң дүрт тәҙрәһе, ә икенсе яртыһы – утын ярыу…
«Өйөм башында ярты икмәк» тигән йомаҡтың яуабы «ай» икәнлеген һәр кем белә. Бер мәл мин дә ошо йомаҡтың эсенә уның яуабын уҡ «ҡыҫтырып» ебәреп, таныштарымды шаяртып алырға булдым. Тегеләргә былай тип әйтәм: «Өйөм башында – ярты ай, шул нимә була?» Күптәре нишләптер, һис тә уйлап тормаҫтан, «икмәк», тип яуап бирә (ошо йомаҡты һәр кемегеҙ ҙә таныштарығыҙға тап ана шулай, киреһенсә әйтеп ҡарағыҙ әле)...
Бала сағыбыҙҙа: «Әкиәт һөйлә», – тип әсәйемдең маҙаһына тейәбеҙҙер инде. Бик арыһа ла, унан артабан һөйләтергә тырышҡас, ул: «Борон-борон заманда әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың өйҙәре һалынған, ти, таштан... Һөйләйемме баштан?» «Йә!» Әсәйем тағы шуны ҡабатлай, үҙенең эше менән була. Бер аҙҙан беҙ ҙә уны ҡаңғыртмай башлайбыҙ. Тағы ла ошондай ҡыҫҡа «әкиәттәр»ҙе күп кенә белә ине әсәйем: «Борон заманда әбей менән бабай йәшәгән. Улар сәскән, ти, тары... Һөйләйемме тағы?» «Һөйлә!» «Борон бер бабай йәшәгән. Уның бер аты булған. Атына һатып алған ҡамыт. Һөйләйемме ҡабат?...» «Элек-элек берәү булған, эләккән дә йығылған, борон-борон берәү булған, боролған да йығылған...» Беҙ, ғаиләлә үҫеп килгән өс бәләкәс малай, әсәйемдең бына шул «әкиәттәр»ен иҫкә төшөрәбеҙ ҙә һуңынан бер-беребеҙҙең башын ҡатыра башлайбыҙ...
Хөрмәтле уҡыусылар, бәлки, кемдер бындай башбутағыстарҙы күберәк тә беләлер, гәзитебеҙҙә уларҙы ла күреүемә шат булыр инем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Фото: habrastorage.org.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас