+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
7 Июля , 07:38

Һыу аҫтында ла китапхана бар

Факил Мырҙаҡаев ағайығыҙ китапханалар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр йыйған. Күҙ һалайыҡ! Мәҫәлән, китап урлаған кеше нисек аталғанын беләһегеҙме?

Һыу аҫтында ла китапхана барҺыу аҫтында ла китапхана бар
Һыу аҫтында ла китапхана бар

* Донъялағы иң боронғо китапханаларҙың береһе – Мысырҙың Синай ярымутрауындағы Изге Екатерина монастырында. Ул эшмәкәрлеген бер ваҡытта ла туҡтатмаған, әле лә эшләй. Тарихсылар, тау итәгендәге монастырға беҙҙең эраның 565 йылында нигеҙ һалынған, тип иҫәпләй.

* Донъялағы иң ҙур китапхана – Вашингтонда. АҠШ Конгресы китапханаһында 470 телдә 155 миллион китап бар.

* Флоридала (АҠШ) һыу аҫтында ла китапханалар бар. Улар – Ки-Уэст утрауындағы ике ҡунаҡханала, бассейндарҙа. Уҡыусыларға һыу үткәрмәүсе китаптар тәҡдим ителә. Әҙәбиәт, нигеҙҙә, классик поэмалар һәм романдарҙан тора.

* Донъялағы иң бәләкәй китапхана – Англиялағы Уэстбери-саб-Мэндип ҡалаһында. Ҡала халҡы телефон будкаһында китапхана яһаған. Унда 100-ҙән ашыу китап бар: кулинария белешмәләре, классика, бестселлер.

* Китап урлаусы кешене «библиоклептоман» тип атайҙар. Американың Айова штатынан Стивен Блумберг 20 йылда 268 китапхананан 23 меңдән ашыу һирәк осрай торған китап урлаған. Теләгенә ирешеү өсөн ул эскә елләтеү торбаһы, хатта лифт шахтаһы аша ингән.

* Финляндияның Вантаа ҡалаһы китапханаларының береһендә бынан 100 йыл элек ҡулға бирелгән китапты һиҙҙермәй генә кире ҡайтарғандар. Кем килтергәнен асыҡлай алмағандар. Тышлыҡтың эске яғындағы яҙыуға ҡарағанда, китап XX быуат башында бирелгән бул­ған.

* Персияның бөйөк вәзире Абдул Ҡасим Исмаил (X быуат) китапханаһын һәр ваҡыт үҙе менән йөрөткән. Ул ҡай­ҙалыр барһа, китапханаһы артынан эйәргән. 117 мең китапты 400 дөйә ташыған. Улар алфавит тәртибендә урынлаштырылған. Тимәк, дөйәләр ҙә шул тәртиптә теҙелгәндер, тип уйларға урын бар.

* Американың Огайо штатында йәшәүсе Дэн Пелзер 1962 йылдан башлап уҡыған китаптарының исемлеген алып барған. Ул 60 йылда 3599 китап уҡыған, уларҙың береһен дә һатып алмаған, китапханаға йөрөгән.


* Данияла Сюзанна Хессельбургтың ғәҙәти булмаған китапханаһы – ер аҫтында. Швед рәссамына уны эшләргә Лори Андерсондың йыры сәбәпсе бул­ған: «Атайым үлгәс, минең өсөн тотош китапхана бөтөнләй янып бөттө...» Китапхананы ҡарарға килеүселәр йығылып төшмәһен өсөн ул ҡалын бронялы быяла менән ҡапланған.


Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Һыу аҫтында ла китапхана бар
Һыу аҫтында ла китапхана бар
Һыу аҫтында ла китапхана бар
Һыу аҫтында ла китапхана бар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас