

* Финдар яңы спорт төрө – кеҫә телефондарын ырғытыу буйынса ярыш уйлап сығарған. Фин Микко Лампи, үҙ телефонын 94 метр 97 сантиметр йыраҡлыҡҡа ырғытып, донъя рекордын ҡуйған. Һәр ҡатнашыусы ялҡытҡан модель менән шундай ысул ярҙамында хушлашып, яңы моделле телефон отасағына ышана. Иҫке аппараттар юҡҡа сығарыла.
* Литр – шыйыҡсаларҙың күләмен үлсәү берәмеге. Ул ҡасандыр ҡоро күләмде үлсәү өсөн ҡулланылған литрон тигән һүҙҙән алынған.
* Рәсәйҙәге беренсе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында эшләй башлайҙар.
* Беренсе хат – «Өфө воеводаһының Илселек приказына хәбәрнамәһе» – 1639 йылда Ҡазан аша Мәскәүгә ебәрелә. Хатты 70 көн эсендә һыбайлы Гришка Погорельский алып барып еткерә.
* Тәүге Олимпия уйындары беҙҙең эраға тиклем 776 йылда Грецияның Олимпия ауылында уҙғарылған.
* Инглиз ҡатыны Гвен Маттьюман донъялағы иң тиҙ бәйләүсе булып иҫәпләнә. Ул минутына 111 күҙ бәйләй.
* Шырпы барлыҡҡа килеү тураһында хәбәр Европала 1530 йылда тарала. Уны инглиз китапханасыһы Джон Валкер уйлап таба. Рәсәйҙә иң беренсе шырпы фабрикаһына 1837 йылда нигеҙ һалына.
* Урыҫ рәссамы Виктор Васнецов (1848–1926) «Йоҡоға талған ҡыҙ» картинаһын ҡырҡ йылға яҡын төшөрһә лә, барыбер тамамлай алмаған.
* Беренсе кеҫә телефонын 1973 йылда «Motorola» фирмаһы хеҙмәткәре Мартин Купер уйлап тапҡан. Уның ауырлығы 1 килограмдан артыҡ булған.
* Донъялағы иң тәүге радиоалғысты урыҫ физигы Александр Попов уйлап таба һәм 1895 йылдың 7 майында уны физика-химия ултырышында күрһәтә.
* Донъялағы иң ҙур радиоалғысты Японияла эшләгәндәр. Бейеклеге – ике метр ярым, ауырлығы – 1400 килограмм.
* Варшавалағы 646 метрлы радиомачта – донъялағы иң бейек ҡоролмаларҙың береһе. 550 тонна ауырлыҡтағы был манараны 1974 йылда төҙөгәндәр.
* 1939 йылда СССР-ҙа телевидение тапшырыуҙары даими күрһәтелә башлай. Башҡортостан телевидение студияһының тәүге тапшырыуҙары зәңгәр экрандарға 1959 йылда сыға.
* Беренсе «Альтаир-8800» маркалы компьютер 1975 йылда барлыҡҡа килгән.
* Фотоһүрәтте 1826 йылда француз Жозеф Ньепс уйлап сығарған.
* Беренсе пассажирҙар лифты 1857 йылда Нью-Йорк ҡалаһында ҡуйылған.
* Тәүге икмәкте беҙҙең эраға тиклем 2840–2680 йылдарҙа Мысырҙа бешергәндәр.
* Һалдат бутҡаһын полководец Александр Суворов уйлап сығарған. Ярмаға кәнсирҙәге быҡтырылған итте ҡушҡандар.
* Көнбайыш Ҡытайҙа сәйгә шәкәр урынына тоҙ һалалар.
* Сәй пакеттарын 1908 йылда Америка сауҙагәре Томас Салливан уйлап сығарған.
* Электр лампочкаһын 1874 йылда Рәсәй электротехнигы Александр Лодыгин эшләгән.
* Нота «станогын» монах Гвидо д`Ареццо уйлап тапҡан.
* Ағас ҡурайҙы беренсе булып Вәкил Шөғәйепов яһаған.
* Күҙлекте 1200 йылдың июль айында Ҡытайҙа кейә башлағандар. Тәғәйенләнеше яҡшыраҡ күреү түгел, ә күҙҙәрҙе ҡояш нурҙарынан һаҡлау була.
* Барби ҡурсағының тыуған ере – Америка Ҡушма Штаттары. Уны Рат Хандлер исемле кеше уйлап тапҡан. Ҡыҙы Барбара хөрмәтенә Барби тип аталған тәүге ҡурсаҡ 1959 йылда сығарыла.
* XIX быуатта Рәсәйҙә матрёшка уйынсығы барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе сәнәғәтсе, сәнғәт әһеле Савва Мамонтов ғаиләһе менән бәйле. «Матрёшка» латинсанан тәржемә иткәндә «әсәй» тигән мәғәнәгә эйә, шуға ла уның балалары күп.
* Румыниялағы «Дракула йорто» тип аталған боронғо замокта туристарҙы йоҡларға ифрат уңайлы аҡ табуттарға һалалар.
* Британия рәссамы Саймон Бек, махсус йөрөгөстәр менән ҡарҙы тапап, иҫ киткес матур һүрәттәр, геометрик фигуралар төшөрә. Эш барышында хаталар булмаһын өсөн ул компас, еп, таяҡсалар ҙа ҡуллана.
* Бристолдә йәшәүсе 50 йәшлек Аманда Уоррингтон 17 ай буйы 24 мең өлөштән торған донъялағы иң ҙур пазлды йыя. Уның бейеклеге – 4, киңлеге – 4 метр ярым, ауырлығы – 13 килограмм.
* Ирен буяғыс XVIII быуаттың тәүге яртыһында барлыҡҡа килә һәм тәүҙә ирҙәр өсөн тәғәйенләнә. Людовик XVI идаралығы осоронда ирҙәр, ирендәре мыйыҡтан һәм һаҡалдан айырылып торһон өсөн, уларҙы ҡуйы итеп буяған.
* Виргиния штатының Клинвуд ҡалаһында йәшәгән Ральф һәм Кэролин Камминистарҙың ғаиләһендәге биш бала, төрлө йылдарҙа булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер көндә тыуғандар: 1952, 1953, 1956, 1961, 1966 йылдарҙың 20 февралендә.
* Донъялағы иң тәүге океанариум 1938 йылда Американың Флорида штатында асылған. Көн һайын уның гигант һыу һауыттарына 26 миллион литр диңгеҙ һыуы ҡойола.