+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Февраль 2024, 09:51

Луганск балаларының һаулығын тикшергән

Юғары категориялы табип Дилә Салауат ҡыҙы ИБРАҺИМОВА Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында эшләй – ультратауыш аппараты ярҙамында эске органдарҙы ҡарай. Махсус хәрби операция башланған йылда уҡ ул ике тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына барып, балаларҙың сәләмәтлеген тикшергән.

Луганск балаларының һаулығын тикшергәнЛуганск балаларының һаулығын тикшергән
Луганск балаларының һаулығын тикшергән

– Дилә Салауат ҡыҙы, Луганск Халыҡ Республикаһындағы эш сәфәрегеҙ нимәһе менән иҫегеҙҙә ҡалды?
– Республикабыҙ шефлыҡ­ҡа алған Красный Луч ҡалаһы поликлиникаһында 8 йыл бу­йы ультратауыш аппараты ла, табибы ла булмаған, балалар­ҙың күбеһе бер тапҡыр ҙа тикшеренеү үтмәгән ине, шуға күп эшләргә тура килде.
Ә был фотоны мин Петров­ское ҡалаһындағы мәктәптә төштөм. Ул легендар яҡташы­быҙ – генерал-майор Миңле­ғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. Белем усағы емерек хәлдә ине, Башҡортостандан барған төҙөүселәр уны бер нисә ай эсендә матур итеп ремонтлап та ҡуйҙы. Балаларҙың сәлә­мәтлеген ошо мәктәп бина­һында ла тикшерергә тура килде.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
– Баланың киләсәктә сәләмәт йә ауырыу булырын белер өсөн күрәҙәлек итергә кәрәкмәй, өҫтәлендәге аҙыҡ-түлеккә күҙ һалыу ҙа етә. Көн дә шәкәр­ле сәй, татлы һыуҙар эсеү, ҡурылған ризыҡтар, ҡабарып тор­ған ҡамыр аштары менән генә туҡланыу организмды ҡаҡшата. Әгәр ғаиләлә физик күнекмә эшләмәһәләр, гел телефон­ға ҡарап ултырырға яратһалар, ауыр сирҙәр барлыҡҡа килеүен көт тә тор.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар – була­саҡ әсәйҙәр һәм атайҙар. Был йәһәттән улар тәндәрен таҙа тоторға тейеш. Эс кейемдәре иркен булһын, резинкалары һығып тормаһын. Һуңғы йылдарҙа эске ағзаларына һыуыҡ үткәреп интеккән балалар күп килә, шуға ла ҡыш яланғас аяҡ­тарҙы күрһәтеп йөрөргә, еңел кейенергә ярамай.
Тағы ла мөһим теләк: теге йәки был ерегеҙҙең ауыртыуы­нан оялып йөрөмәгеҙ. Бигерәк тә үҫмер малайҙар, ҡыҙҙар енси органдарындағы һыҙланыуҙы йәшерә. Ваҡытында дауаланып өлгөрмәгән осраҡта улар килә­сәктә атай һәм әсәй була алмай.
Өлкәндәр ҙә балаларҙың зарына иғтибар итһен, оҙаҡҡа һуҙмай, табипҡа алып барһын. Бер ере ауыртмаһа ла, балаға йылына бер тапҡыр ультратауыш диагностикаһы үткәреп алырға, бигерәк тә эске орган­дарҙы һәм бөйөрҙәрҙе тикшереп торорға кәңәш итәм.

Н. ЙЫЛҠЫБАЕВА әңгәмәләште.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас