Арина эштең күп өлөшөн үҙе башҡарған: ҡалай һауыттарға ҡатырға тултырған, балауыҙҙы ваҡ өлөштәргә бүлгән. Атаһы балауыҙҙы утта иретеп биргән һәм һауыттарға ҡойорға ярҙам иткән.
– Яугир ағайҙарҙы телевизорҙан күрһәм, ҡышҡыһын өшөмәйҙәрме икән, тип борсолам, сөнки улар күп ваҡыт асыҡ һауала йөрөй. Был хаҡта атайыма әйткәс, ул окоп шәмдәре хаҡында һөйләне. Бәләкәй генә булһалар ҙа, улар ярҙамында ҡулдарҙы йылытырға, хатта сәй ҡайнатып эсергә була икән. Минең шәмдәр ҙә һалдаттарыбыҙҙы йылытһын, тиҙерәк еңеп ҡайтырға ярҙам итһен, – тип теләй Арина.
Н. РАФИҠОВА.
Илеш районы.