Улар яугирҙарға 20 аптечка, пледтар, йылы ойоҡбаштар, еҫле һабындар тапшырған. Клиника директоры Илфат Мансурович ваҡытлыса яуға ҡайтҡан «Лимон» позывнойлы яугир менән осрашып, үҙенә аптечка бүләк итеп, уның сәләмәтлегенә тикшереү уҙғарған. Әйткәндәй, был үҙәктә яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен, атай-әсәйҙәрен хеҙмәтләндереүҙә ташламалар ҡаралған.