+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Февраль 2025, 16:45

Беҙ бергә!

Баймаҡ ҡалаһында «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр үҙәге филиалының «Беҙ бергә! Мы вместе!» ойошма ағзалары тырышып яугирҙарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙа.

Беҙ бергә!Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Улар еңеүҙе яҡынайтыр өсөн ихлас күңелдән тырыша. Әйткәндәй,  райондан ғына түгел, ситтә йәшәгән яҡташтары һәм уларҙың дуҫтары, туғандары, таныштары ла был акцияға ихлас ҡушылған. Шулай уҡ ауылдарҙағы мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмаған. Темәс башланғыс белем биреү мәктәбенең беренселәре синыф етәкселәре Рәғиҙә Риф ҡыҙы Асаинова менән был изге эшкә үҙ өлөштәрен индереп, посылка әҙерләгән. Улар һалдаттарға окоп шәмдәре, көҙ йыйылған дарыу үләндәре, әсәйҙәре менән бешергән сәксәк һәм яугирҙарға хат яҙып ебәргән. Афарин, беренселәр, һеҙ – башҡаларға өлгө!

Ә уңған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең тегеү машинаһында сифатлы тауарҙан йылы һәм уңайлы булған кейемдәр тегә.

Йыйылған әйберҙәр ваҡытлыса ялға ҡайтҡан һалдаттарға бирелә һәм улар аша яуҙаш-яҡташтарына ла ебәрелә. Шулай уҡ яугирҙарҙың һорауҙары буйынса кәрәк-яраҡ хәстәрләйҙәр: бер нисә тапҡыр дрондарҙы асыҡлаусы «Булат» детекторы, рация, генератор, автономлы мейес, дрондан һаҡлаусы юрғандар, плащтар, прицелдар, тепловизор, машина тәгәрмәсенә резиналар һәм башҡа бик күп техника ҡоролмалары. Әлбиттә, тыуған яҡтың тәмле-тәмле күстәнәстәренән башҡа буламы һуң инде!

Әлеге төркөмдөң социаль селтәрҙәге исемлеге лә көндән-көн артҡандан-арта бара. Яугирҙарыбыҙға кәрәк әйберҙәр алыр өсөн аҡса йыйыла. Көнөнә күпме аҡсалата ярҙам килгән, шул көнө үк иҫәпләнеп, халыҡҡа асыҡ мәғлүмәт бирә төркөмдөң ойоштороусыһы. Уйлаһаң, иҫ киткес ҙур эш бит. Ә уны халыҡ күңел ҡушыуы буйынса ихлас башҡара. Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй, еңеү өсөн баймаҡтар бына шулай тырыша. Ошо эште башлап, ойоштороп ебәреүсеһе «Һаҡмар» гәзитенең хәбәрсеһе Лилиә Разгил ҡыҙы ТАКАЕВА:

Үҙем төп эшемдән башҡа, Баймаҡтағы ағинәйҙәр ойошмаһы президиумы ағзаһы булараҡ, ағинәйҙәр һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙар менән тәүге көндәрҙән үк яугирҙарға сәксәк, сөсикмәк бешереп оҙатҡайныҡ. Яуҙағыларға ярҙам итеүҙе үҙемдең бурысым, тип һананым. Сөнки үҙем дә – шул йылдарҙағы балаларҙың ейәнсәре.

Бөйөк Ватан һуғышында минең ике ҡартатайым да ҡатнаша, улар фронтан ҡайтып, оҙаҡ та йәшәмәй вафат булған. Ә инде ҡартәсәйем Рәхилә Әхмәтша ҡыҙы Маликова 13 йәшенән тылда хеҙмәт итә башлаған. Уның тылдағы хеҙмәт юлын белеп үҫтек. Бөрйән, Белорет райондарында ағас ҡырҡып, һал ағыҙыуҙа йөрөгән. Ижевск ҡалаһында тимер юлы һалышҡан. Ялға ҡайтҡан ваҡытында ул саҡта Ишбирҙе ауылына ҡараған «Салауат» колхозында баҫыу эшендә ҡатнашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә кис ултырып, ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләгән. Бәлки, шуғалыр ҙа махсус хәрби операция башланыу менән, яугирҙарға ярҙам итеү – минең дә изге бурысым, тип ҡабул иткәнмендер. Өҫтәүенә, бер туған ҡустым да тәүге көндән үк мобилизацияланды. Бөгөн иһә бөтөнләй таныш булмаған яугирҙарҙы туғаным кеүек ҡабул итәм. Улар менән даими рәүештә аралашып, хәбәрләшеп торам.

Беҙҙең именлек хаҡына нацистарға ҡаршы сыҡҡан ир-аттарға Тыуған яҡ, тыуған өй, күңел йылыһын еткерергә тырышабыҙ.

Әлбиттә, һанап киткән эштәрҙе бер үҙем генә башҡара алмаҫ инем. Аллаға шөкөр, әүҙем ирекмәндәр менән бергәләшеп эшләйбеҙ, – ти.

«Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәре үҙҙәре йәшәгән ауылдарында ла изгелек эшен алып бара. Мәҫәлән: Темәс ауылы ирекмәндәре төркөмө етәксеһе, хаҡлы ялдағы әүҙем Сәғирә апай Дәүләтшина. Ул «Һәүәнәк» совхозында 36 йыл бухгалтер булып эшләгән. Әле Сәғирә Тәфтизән ҡыҙына – 69 йәш. Был апай йыйылған әйберҙәрҙе рәтләп, иҫәпләп таксиҙа эшләүсе ауылдаштарына тапшыра. Ә егеттәр Баймаҡҡа аҙна һайын йыйылған посылкаларҙы ташый.

– Был эште 2023 йылдың көҙөндә үҙ йортомда 10 ҡатын-ҡыҙҙы йыйып башлап ебәргәйнем. Минең дә ике туған ҡустымдың улы яуҙа дошмандар менән көрәшә. Нисек өйҙә тыныс ултырмаҡ кәрәк, тип уйланым да эшкә тотондом. Ҡыҙҙар менән өс бармаҡлы бирсәткә һәм йылы ойоҡбаштар бәйләп егеттәргә оҙаттыҡ. Йәмғеһе 13 ылау, 3-әүһе һалдаттарҙың госпиталенә булды. Бер мәл ауылыбыҙҙың эшҡыуары Иҙел Ситдиҡов: «Әйҙәгеҙ, Сәғирә апай, яугирҙарыбыҙға маскировкалы селтәрҙәр үрәйек, үҙем аҡсалата ярҙам итәм», – тигәс, ихлас риза булдыҡ. Әлбиттә, бында ойоштороусы ҡыҙҙар, егеттәр шәп! Улар – Миңзифа Низамова, Радик Исхаҡов, Урал Ишмәтов, Рәмил Солтанов. Шулай итеп, 5 маскировкалы селтәр үрҙек. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың икенсе осонда ойоштороусы Айгөл Иштәкбаева һәм оло йәштәге уҡытыусыбыҙ Фирҙәүес Хөрмәт ҡыҙы Хәнәфина бер үҙе 30 пар ойоҡбаштар һәм бейәләй бәйләп килтерҙе, – ти Сәғирә Тәфтизән ҡыҙы.

Темәс халҡы үҙ-ара ла бик татыу һәм әүҙем. Яуҙағы ауылдаштарының ғаиләләре өсөн концерт та ойошторғандар әле. Баянсы-виртуоз Илшат Абдрахманов менән матур ғына тамаша әҙерләгәндәр. Был сараға ярҙам менән эшҡыуарҙар Шамил Низамов, Айгөл Яхина, Радик Исхаҡов, Рим Әхмәров, Байрас Ҡотләхмәтов, Радик Ахаев һәм Михаил Божеховский ҡушыла. Шулай итеп, концертта бушлай 19 ғаиләнән 40-лап кеше була.

Әлеге ирекмәндәр акцияһынан  шулай уҡ таксиҙа эшләүсе егеттәр ҙә ситтә ҡалмаған. Көн, төн тип тормай, барыһы ла изге эшкә ҡушыла.

Ирекмәндәр етәкселеге күптән түгел ваҡытлыса ялға ҡайтҡан «Сөләймән» һәм «Батыр» позывнойлы яугирҙар менән осрашты. Уларға ирекмән-ойоштороусылар – Мерәҫ ауылының уңған ҡыҙҙары, мәҙәни ойоштороусы Айһылыу Дауытбаева менән китапханасы Рафиға Ғазина үҙҙәре теккән йылы кейемдәрҙе һәм башҡалар әҙерләгән кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе тапшырҙы.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас