-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Февраля 2025, 15:00

Таулыҡайҙар өлгө күрһәтә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ылау ойоштороуҙа, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эштәрендә һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы халҡы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таулыҡайҙар өлгө күрһәтәТаулыҡайҙар өлгө күрһәтә
Таулыҡайҙар өлгө күрһәтә

Шуларҙың береһе – ғаиләләрҙе утын менән тәьмин итеү. Ошо көндәрҙә был эштәр йәнә старт алған. Сәлихов Әхсән Хәсән улының командаһы, улдары Азамат һәм Тимербулат, егеттәрҙең ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү буйынса эштәр башлап ебәргән. “Әйткәндәй, беҙҙең ауыл биләмәһендә был эштәр өсөнсө йыл рәттән башҡарылып килә. Яугир егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең бурыс. Документтар әҙер булыуға ҡарап, артабан да был изгелек эшен дауам итәсәкбеҙ", – ти Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев.
Афарин, егеттәр, ҡылған эштәрегеҙ изге булып, ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ урынлашып, яуҙан ир-аттарыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.

Сығанаҡ һәм фото: Баймакский район Республики Башкортостан

Таулыҡайҙар өлгө күрһәтә
Таулыҡайҙар өлгө күрһәтә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас