Ҡәҙерле дуҫтар! #МХОлаҠатнашыусыларғаҺәмУларҙыңҒаиләләренәЯрҙамЙылы2025Акцияһы хештегы менән еребеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡыйыу яугирҙар – атай, ағайҙар, һәм тылда өлгө күрһәтеүселәр хаҡында яҙылған мәҡәләләрегеҙҙе (фотолары менән) беҙгә ебәрегеҙ.
Әлеге көндә һалдаттарыбыҙ Тыуған илебеҙҙе, йортобоҙҙо, ҡәҙерле атай-әсәйҙәребеҙҙе, ғаиләләребеҙҙе, һөйөклө балаларыбыҙҙы, һине һәм минең тыныслыҡты һаҡлай. Улар – бөгөнгө геройҙар! Әйҙәгеҙ, шул батырҙарыбыҙ хаҡында яҙайыҡ, үҙҙәрен данлайыҡ!
Акция йыл буйы барасаҡ. Матур йөкмәткеле мәҡәлә авторҙарын редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Хаттарығыҙҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә (https://vk.com/club45440006) ебәрегеҙ!