Ә әлеге оҫталыҡ дәресен “Тамаша” журналының яуаплы сәркәтибе Әнүзә Яҡупова һәм “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова күрһәтте.
– Еңеү тылда сүкелә, тиҙәр. Был ысынлап та, шулай. Шуға ла беҙ яугирҙарҙы йылы һүҙ, яҡшы теләк, хаттарыбыҙ менән дәртләндереп, ҡеүәтләп торорға, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тейешбеҙ. Матбуғат йортонда ойошторолған өмә лә һалдаттарыбыҙҙы хуплау, улар менән бер сафта булыуыбыҙҙы күрһәтеү сараһы. Был аҙнала (17 февралдә) яугирҙарыбыҙ өсөн бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешерҙек. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Луганск халыҡ республикаһына алып китте. Гуманитар ылау бөгөн, 21 февралдә, юлға сыҡты.
Әле 20 февралдә һалдаттарыбыҙ өсөн туҡмас киҫтек. Бында республика гәзит-журналдары – “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Аманат”, “Тамаша”, “Ватандаш” һәм “Юлдаш” радиоһында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өмәгә дәррәү ҡушылды. Шулай уҡ яратҡан әсәйем Менәүәрә Арсаева ла беҙгә ярҙам итергә килде. Һәр кемдең ҡулында эш уйнап торҙо. Бындай саралар беҙҙе рухташ итә, берләштерә. Беҙҙең берҙәмлекте күреп, яугирҙар ҙа ҡыуаналыр, тип иҫәпләйем. Алдағы көндәрҙә лә Матбуғат йортонда өмәләребеҙҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Яугирҙарға хәбәрсе ҡыҙҙарҙың сәләмен алыу ҙур ҡыуаныстыр, тип уйлайым. Беҙгә ярҙам иткән Республика мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Айнур Дәүләтбәковҡа, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовҡа һәм йүгереп йөрөп ярҙам иткән башҡа ир-егеттәргә ҙур рәхмәт.
Ир-егеттәрҙе 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! – ти Зөһрә Фәнил ҡыҙы.
Зөһрә Фәнил ҡыҙының тормош иптәше, махсус хәрби операциялағы яугир-журналист Рафиҡ Әхмәтшин үҙенең сәләм-шиғырын да ебәргән.
Тыуған илдән татлы сәләм килде,
Алдыҡ полкка баллы бауырһаҡ.
Һәр кем күстәнәстән ауыҙ итә,
Һалдат өсөн милли ризыҡ үтә танһыҡ.
Иген ҡырҙарының сағылышы унда,
Сәскәләрҙең гүзәллеге һәм хуш еҫе.
Ил һаҡлаған батырҙарға был бауырһаҡ,
Бирһен шифа, тыуған яҡтың көсөн.
Илебеҙҙең батыр яугирҙары, тиҙерәк еңеү яулап, тыуған яҡтарығыҙға һау-сәләмәт ҡайтырға яҙһын, Алла бирһә!
Фото: Зөһрә Арсаева.