– Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауыл халҡы аҡса йыйып, УАЗ машинаһы алып, егеттәр ремонтлап, яугир егеттәребеҙгә оҙатҡайнылар. Ошо көндәрҙә оҙатылған ылау яугир батырҙарға барып етте, Аллаға шөкөр, – ти «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр ойоштороусыһы Лилиә Разгил ҡыҙы ТАКАЕВА.
Шулай уҡ егеттәребеҙ өсөн, йылы ойоҡ баштар, быҡтырылған ит, ҡуйыртылған һөт, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм “Изгелек ҡумтаһы"на һалынған әйберҙәр менән ҡыҙҙар үргән маскировкалы селтәрҙәр ебәрелде. Ғәҙелбай ауылы егеттәре – "Штиль" бысҡыһы, 5 литрлы газ баллондарын хәстәрләне. “Еңеү тиҙерәк яулап, махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙ, тыуған яҡтарыбыҙға иҫән-һау ҡайтырға яҙһын, Алла бирһә. Берҙәмлектә – көс!” – ти баймаҡтар.
Баймаҡ ҡалаһында «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр үҙәге филиалының «Беҙ бергә! Мы вместе!» ойошмаһы ирекмәндәре, афарин!