– Әмир улыбыҙ мәктәптә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Математика менән әҙәбиәт дәрестәрен ярата. Ҡурай менән ҡумыҙҙа уйнай. Тырышып башҡорт телен өйрәнә. Ял көндәре атаһы менән бассейнға йөрөй, – ти әсәһе Валерия Николаевна.
Әмир Мәһәҙиев хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең «Бәйләнештә» селтәрҙәрендә: «Малайҙың ҡыйыу башҡарған аҙымын әсәһе яҙғандарынан белдем. Баҫылып сыҡҡас, изге эшкә дуҫтары һәм таныштары ҡушылған. Һөҙөмтәлә, яҡынса 19 мең һум аҡса йыйыла, быға һалдаттарға ике рация һатып алына.
Был ваҡиға миңә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында пионер һәм комсомол ағзаларының самолёт һәм танктар төҙөү өсөн дә аҡса йыйыуын хәтерләтте. Әмиргә өлгө алырҙай кешеләре лә бар. Атаһы — Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы офицеры. Олатаһы — отставкалағы подполковник, хәрби ветеран. Әле лә ул еңеү өсөн үҙ өлөшөн индереп, яугирҙарға ике антидрон һатып алып тапшырҙы.
Әмиргә, уның дуҫтарына һәм, әлбиттә, ата-әсәһенә шундай ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Шулай уҡ егеттәребеҙгә ысын күңелдән ярҙам иткән барлыҡ республика халҡына рәхмәт», – тип яҙҙы.
Һүрәттәрҙә: Әмир Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Салауатов менән.
Фото:ufa.mk.ru