Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар яҙҙы. Китапханасылар акцияның мөһимлеге тураһында һөйләне. Ысын күңелдән яҙылған балалар хаттары һалдаттарҙың кәйефен күтәрә ул! Ябай, йылы һәм ихлас һүҙҙәр яугирҙарға шул тиклем кәрәк. Уҡыусылар хәрби бурыстарҙың уңышлы тамамланыуын, һалдаттарҙың сәләмәтлеге яҡшы булыуын һәм уларҙың өйҙәренә тиҙерәк еңеп ҡайтыуҙарын теләне.
Хаттар менән бергә балалар «Селтәр» башҡорт кейеме оҫтаһы Наилә Хәсәнова етәкселегендә яугирҙарға бетеүҙәр әҙерләне. Әйткәндәй, ул өсмөйөш формаһында яһала, һаҡлаусы көскә эйә, йыш ҡына кейемгә тегелә.
Балаларҙың хаттары һәм бетеүҙәре тиҙерәк барып етһен!
Роза МАРКИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.