Был изге эшкә уҡыусыларҙы йәлеп итеүсе, ауылдың ирекмәне, МХО-ға әүҙем ярҙам ойоштороусы Мәҙинә Сейсембина икән. Ул мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт иткәс тә белем усағының директоры Илсур Хәсән улы Әбсәләмов, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы, шулай уҡ ирекмән Илнур Мөхәммәт улы Ғүмәров уҡыусылар менән изге эшкә тотона. Селтәр үреү өсөн материалдар алыуҙа ла мәктәп уҡытыусыларының ярҙамы ҙур.
– Минең дә ағайым яуҙа дошмандар менән көрәшә. Беҙ һалдаттарыбыҙҙы һаҡлаусы маскировка селтәрҙәре үрергә өйрәндек. Көндән-көн оҫтара барабыҙ, шуға тиҙерәк һәм күберәк үреп ебәргебеҙ килә, – ти VII cиныф уҡыусыһы Ралина Исҡаҡова.
– Маскировка селтәрҙәре үрер өсөн дәрестәр бөткәс, төштән һуң киләбеҙ. Беҙ тыныс йоҡлаһын өсөн һалдаттарыбыҙ яуҙа дошман менән үҙҙәренең йәнен аямай һуғыша бит. Шуға уларға ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә изге эштә ҡатнашыуыбыҙҙы хуплап ҡына тора, – тип һүҙгә ҡушыла ошо уҡ синыф уҡыусылары Миңлегөл Шәрипова менән Рада Буранбаева.
– Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 12 селтәр үреү күп көс талап итә. Был изге эштә уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Үҙ теләктәре менән эште ихлас башҡарҙылар. Тәнәфестә, дәрес бөткәс, төштән һуң, кемдең ваҡыты бар, килә лә эш башлай. Бер кемгә лә иҫкәртеү, өйрәтеү кәрәкмәй, – ти тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Зилә Миңзаһит ҡыҙы Әхмәтҡужина. – Шулай уҡ мәктәптә даими рәүештә «Изгелек ҡумтаһы» акцияһы ойошторола. Ул ауыл халҡы өсөн төрлө һатыу нөктәләренә лә ҡуйылған. Ә мәктәптәге ҡумтаға уҡыусылар яугирҙарға беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн медицина кәрәк-яраҡтары, эс кейемдәре, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар йыя. Был акцияға шулай уҡ синыф етәкселәре, атай-әсәйҙәр ҙур теләк менән ҡушыла.
Оҙатылған посылкалар һалдаттарға барып еткәс, уларҙан рәхмәт һүҙҙәрен алып, беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Йөрәк йылыһы менән башҡарылған изге эшебеҙ менән еңеүҙе яҡынайтырға тырышабыҙ.
Маскировка селтәрҙәре өсөн материалды уҡытыусылар йыйған ярҙам аҡсаһына алабыҙ. Шулай уҡ ауылдың шәхси эшҡыуарҙары ла үҙ өлөшөн индереп тора.
Бына шулай Темәс уҡыусылары тәнәфестә лә йүгереп килеп, хеҙмәт дәрестәре мәлендә лә маскировка селтәрҙәрен үреүҙе туҡтатмай. Эш дәррәү бара. Шулай уҡ VIII cиныф ҡыҙҙары "Үҙебеҙҙекеләргә милли ризыҡ әҙерләйбеҙ" флешмобында ҡатнашып, сәксәк, талҡан әҙерләп, һалдаттарға оҙатҡан.
Әйткәндәй, мәктәп етәкселеге әҙер посылкаларҙы ауылдың ирекмәндәре аша Баймаҡ ҡалаһындағы «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр үҙәге филиалының «Беҙ бергә» ойошмаһына алып барып тапшыра. Афарин, темәстәр! Күмәкләгән – яу ҡайтарған.
Зөһрә ХӘКИМОВА.