+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Апрель 2025, 17:10

Берҙәмлеккә ни етә!

Маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр. Ҡул эше оҫталары йылы ойоҡ, бирсәткәләр бәйләп, хужабикәләр быҡтырылған ит, туҡмас әҙерләп тапшыралар.

Берҙәмлеккә ни етә!Берҙәмлеккә ни етә!
Берҙәмлеккә ни етә!

Ә мәктәп уҡыусылары яугирҙарыбыҙға хаттар яҙа. Ырғыҙлы ауылы биләмәһендә йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шундай ярҙам күрһәтә.

Бигерәк тә әүҙем йәмәғәтсе Рәхим Сәйфуллинға рәхмәт әйтке килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың атаһы ул. Рәхим Миңлеғәли улы был изге эште башлап йөрөй. Һалдаттарыбыҙ өсөн төрлө кәрәк-яраҡтар йыя. Фронтҡа үҙенең ҡортсолоғонан бал, шулай уҡ квадроциклынбиреп ебәрҙе.

«Изгелек һәм ярҙам» акцияһына ла ихлас ҡушылды. Халыҡты ойоштороп, ике квадроцикл, электростанция, бензин бысҡыһы, поход мунсаһы, 50 килограмдан ашыу бал һәм башҡа туҡланыу ризыҡтары  әҙерләнде. Гуманитар ылауҙы үҙе оҙатып барҙы.

Был изге эштә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Ырғыҙлы ауылы хакимиәте башлығы Илвир Сәйфуллин, райондың ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиевкә, Иҫке Собханғолдан Эльмир Рәхмәтуллинға, Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Зимфир Әминевҡа, ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙен еткерҙе.

Шулай бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

Бөрйән районы.

Берҙәмлеккә ни етә!
Берҙәмлеккә ни етә!
Берҙәмлеккә ни етә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас