+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Апрель 2025, 14:15

Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ

Баймаҡтағы 5-се мәктәптең III «А» синыфы уҡыусылары беҙҙең менән осрашыуҙы көтөп кенә тора. Улар – «Йәншишмә»нең дуҫтары. Төрлө мәҡәлә яҙып ебәрәләр, гәзиттә баҫылып сыҡҡандары ла бар.

Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙБәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ

Уҡыусылар үҙ-ара ла бик татыу. Уҡыуҙа гел алдынғы урындалар. Мәктәптә уҙғарылған сараларҙа һынатмай­ҙар. Шуға ла өсөнсөләрҙең синыфына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә арналған Герой партаһы ултыртҡандар. Уны асыу тантанаһына хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, медицина взводы командиры Сәлимйән Сөләймәнов килгән. Хәҙер Герой партаһында уҡыу алдынғылары Рания Үлйәбаева менән Данис Ғәбитов ултыра. Балаларға был көн ныҡ иҫтәлекле булған. Үҙҙәре был турала ғорурланып һөйләй.

Тағы ла кескәй дуҫтарыбыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға посылка әҙерләүҙәре хаҡында ла белдек.

– Беҙҙең синыф та әүҙемлек күрһәтте. Барыбыҙ ҙа һалдаттарға кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр алып килдек. Мин үҙем шприц, мамыҡ һәм бинттар ебәрҙем, – ти Данис Ғәбитов. Уға Әмилә Рәхмәтуллина ҡушылып:

– Тағы беҙ өсмөйөшлө хаттар яҙҙыҡ. Яугирҙарыбыҙға тиҙерәк еңеү яулап, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, һүрәттәр ҙә төшөрҙөк, – тип белдерҙе.

Кескәй генә булһалар ҙа, барыһын аңлайҙар. Уларҙың Тыуған илебеҙҙе яратыуҙары, илһөйәр булып үҫеп килеүҙәре һоҡландырҙы. Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина үҙҙәрен маҡтап бөтә алмай. Уңғандар, әүҙемдәр, ярҙамсылдар, тырыштар. Өсөнсөләр бөтәһенә өлгөрә.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

АВТОР фотолары.

Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Бәләкәйҙәр, тип әйтмәгеҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас