

Уның атаһы, “Чекист” позывнойлы яугир, 2022 йылдың октябрь айынан бирле тыныслыҡ урынлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә. Ҡыйыу разведчик инде бер нисә наградаға лайыҡ булған. Учалы ир-уҙаманы “Батырлыҡ өсөн”, “Миналарҙан таҙартҡан өсөн” миҙалдары, IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән.
Иң мөһиме – бөтә атайҙар ҙа Еңеү менән һау ҡайтһын!