+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ауырғазылар «Өскөл хаттар» акцияһына ҡушылды

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында  «Утлы йылдар ауазы» республика бәйгеһенең бүләкләү тантанаһынан һуң  беҙҙең редакцияға ҡунаҡтар килде.  Улар – Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы һәм Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары. Беҙҙең хеҙмәткәребеҙ Зөһрә Хәкимова үҙенең социаль селтәрҙәге «Башҡорт телем» төркөмөндәге башланғыс синыфтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән «Өскөл хаттар» акцияһын ойоштора.

Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылдыАуырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар «Өскөл хаттар» акцияһына ҡушылды

Бөгөн иң беренселәрҙән булып, кескәй  ауырғазылар махсус  хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хаттар һәм һүрәттәр төшөрөп  алып килде. Уҡыусылар  үҙҙәренең рәхмәттәрен,  иң изге теләктәрен белдереп хаттар яҙған. Был өскөл хаттар һалдаттарға рухтарын күтәрергә көс бирә һәм еңеүгә дәртләндерә. Тиҙҙән хаттар батыр һалдаттарыбыҙға юлланыр.

Әйткәндәй, ауырғазылар Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлап, гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары исеменән Рәхмәт хаты һәм бүләктәр менән килгән ине. Рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ  гимназия директоры Светлана Рәшит ҡыҙына һәм уҡытыусыларға. Артабан да шулай бергә әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, дуҫлығыбыҙ дауам итһен!

Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар  «Өскөл хаттар»  акцияһына ҡушылды
Ауырғазылар «Өскөл хаттар» акцияһына ҡушылды
Автор:
Читайте нас