Игнат Илтимеров менән "Ер ҡото" фестивалендә таныштыҡ. Бик етди генә эшләп ултырған малай эргәһенән үтеп китә алманым. Баҡһаң, улар ауылдағы дуҫтары менән ирекмәндәр ойошмаһына буш ваҡытта ошолай ярҙам итәләр икән. Эргәһендә баҫып торған олатаһы Алис Алексеевич ауылдың старостаһы ла булып сыҡты. Уның һөйләүенсә, селтәрҙәр үреү буйынса мәктәптә асылған цехҡа ололар ҙа, балалар ҙа теләп йөрөй. Ноябрҙә генә башлаһалар ҙа, инде фронтҡа 70-ләп маскировка селтәре оҙатҡандар. Таҫмалар ҡырҡыу өсөн махсус ҡулайлама ла эшләп алғандар. Әйткәндәй, уларға маркер менән теләктәр яҙырға ла мөмкин - яугирҙарҙың күңелдәре күтәрелеп китә, ти Алис ағай.
Игнат иһә яугирҙарҙың тиҙерәк имен-һау ҡайтыуын теләне. Ул уларға ярҙам итә алыуы менән ғорурлана.
Автор фотолары.