Бер ай эсендә ул хәрби каскалар өсөн махсус япмалар бәйләргә өйрәнгән, йәмғеһе 24 ошондай ҡулайлама әҙерләгән.
Яңыраҡ ирекмәндәр штабына ялда булған «Лего» ҡушаматлы яугир килгән. Ул Ваняға «Штаб ирекмәне» тигән билдә бүләк иткән. Быға ныҡ ҡыуанған егет.
Ваня әйтеүенсә, күпселек дуҫтары йәйге каникулға төрлө яҡҡа таралған: кемдер лагерҙа ял итә, кемдер олатай-өләсәйҙәрендә ваҡытын үткәрә. Ә ул ирекмәнлек эшенә тотонған, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итә.
– Каникулдан һуң да штабҡа барып йөрөйәсәкмен, – ти ул.
Әле Ваня иртәнге туғыҙҙан төшкә тиклем эш менән мәшғүл. Унан инде башланғыс синыфты тамамлаған һеңлеһен ҡарай.
Киләсәктә Ваня ысын ир-егеттәр һымаҡ хәрби хеҙмәткә барырға уйлай. Үҙен хәҙерҙән үк ил һаҡсыһы итеп әҙерләй. Был егет күптәргә өлгө булырлыҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Иглин районы.