-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
15 Август 2025, 12:00

Ялда — һалдаттарға селтәрҙәр

Таштуғай ауылында йәшәгән өләсәй, олатай­ҙарына каникулда ял итергә килгән балалар дәррәү генә мөһим эшкә ҡушылған. Улар МХО-ла йөрөгән яугирҙарға ярҙам йөҙөнән маскировка селтәрҙәре үрә.

Ялда  —  һалдаттарға селтәрҙәр
Ялда — һалдаттарға селтәрҙәр

Әйткәндәй, ошо ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, «Ағинәйҙәр» клубы вәкилдәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап 80-дән артыҡ селтәр үреп, түшәктәр тегеп, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп яу ҡырына оҙатҡайны. Гел шулай гуманитар ярҙам ебәреп торалар.
Әле төрлө ҡалаларҙан йәйге ялға ҡайтҡан балаларҙы эшкә өйрәтеп, селтәр үрә уңған инәйҙәр. Киләсәк быуында илһөйәрлек тойғоларын уятыуҙары, һис шикһеҙ, матур күренеш. Афарин, таштуғайҙар!

Йәзилә ЛАТИПОВА.
Хәйбулла районы.

Ялда  —  һалдаттарға селтәрҙәр
Ялда  —  һалдаттарға селтәрҙәр
Ялда  —  һалдаттарға селтәрҙәр
Ялда  —  һалдаттарға селтәрҙәр
Ялда — һалдаттарға селтәрҙәр
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас