Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған, үҙе ижад иткән йырҙары менән яҡташтарының һөйөүөн яулаусы, «Айджи» позывнойлы Артур Ғәҙелшиндың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте. Сарала яугирҙың әсәһе Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы Ғәҙелшина, туғандары, яуҙаш дуҫтары, уҡытыусылары, Сибай педагогия колледжынан уҡытыусыһы Гөлнара Шәкирова һәм төркөмдәштәре, яҡын дуҫтары, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы, «Беҙ - бергә!» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Такаева, Урал арьяғы сәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты.
Сара Артур Ғәҙелшиндың йырҙары менән үрелеп барҙы. Уның «Башҡортостан егеттәре» йыры бөгөн яҡташ яугирҙәребеҙҙең гимны тиһәк тә була. Әлеге хәтер сараһында уны Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Искәндәр Тайбугин башҡара. Һәр сығыш яһаусы Артурға бәйле хәтирәһе менән уртаҡлашты.
Артур үҙ халҡын, ерен яратҡан, оптимист рухлы, көләкәс, шаян кеше ине. Ул ауыр минуттарҙа ла кешене йылмайтыр, рухын күтәрер һүҙ таба белде, - тип яҙа "Атайсал" төркөмө үҙенең сәхифәһендә.
Әйткәндәй, сарала Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова яугирҙың әсәһе Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы Ғәҙелшинаға минең яңыраҡ "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "ЕҢЕҮ ҠАЙТЫР АТАЙ МЕНӘН"/ "Отцы ВЕРНУТСЯ С ПОБЕДОЙ" китабымды иҫтәлеккә бүләк итте. Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем. Һаулыҡ булһын, китаптың дауамы ла булыр, тип өмөтләнәйек...
Сығанаҡ: "Атайсал" төркөмө.
Фото: "Атайсал" төркөмө һәм Л. Такаева.