Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Октября 2025, 11:05

Яугирҙарға - ҡайнатма

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының август кәңәшмәһендә «Ҡайнатма» акцияһы иғлан ителгәйне.

Унда 1000-дән ашыу кеше, шул иҫәптән 748 студент, ҡатнашты. Был сараға «Байрам» компанияһы вәкилдәре, махсус хәрби операциялағы яугир­ҙарҙың ата-әсәләре һәм ғаиләләре ихлас ҡушылды.
Акция барышында 900 килограмм алма йыйылды һәм 530 ҡайнатмалы банка ябылды. Уны әҙерләүгә «Ашнаҡсы һәм кондитер эше» һөнәре буйынса уҡыған студенттар күп көс һалды.
– Бөгөн буласаҡ ашнаҡсылар һәм кондитерҙар ғына түгел, акцияла ҡатнашыу­сыларҙың барыһы ла берҙәмлек, илһөйәрлек буйынса һынау тапшыр­ҙы. Һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине колледж директоры Ришат Хажғәле улы Сабитов.
Был ҡайнатмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыу­сы яугир­ҙарға ебәреләсәк. Әйҙә, татлы күстәнәстән ауыҙ итһен ил һаҡсылары.

 

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас