-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Ноябрь 2025, 10:15

Изге эшкә ҡушылдылар

Мәктәбебеҙҙә апалы-ҡус­тылы бер туған Руфина менән Ислам Маликовтар (һүрәттә) уҡый. Бик әүҙемдәр, тырыштар, өлгөрҙәр инде үҙҙәре.

Изге эшкә ҡушылдылар
Изге эшкә ҡушылдылар

Яңыраҡ беҙҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар­ға гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолғайны. Каникул бит әле, тип торманы улар, һалдаттарға иң кәрәкле әйберҙәр килтереп ҡалдырып та киттеләр.
– Ғаиләбеҙ исеменән ҡабул итеп алһындар. Беҙгә был әйберҙәрҙе мәктәптең кескәйҙәр төркөмөндә ашнаҡсы булып эшләгән әсәйебеҙ йыйышты, ә өләсәйебеҙ аҡсалата ярҙам итте. Яугирҙар еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! – ти балалар.
Әле бәләкәй генә булһалар ҙа, Руфина менән Ислам ҙур эштәрҙән дә ҡурҡмай. Яугирҙарға ярҙам күр­һәтеүҙә өлкәндәр менән бергә ҡатнашалар. Уларға рәхмәт әйтәбеҙ.

Тәзкирә ҒӘЛИНА.
Фёдоровка районы, Яңы Яуыш мәктәбе.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас