Тарихи йыйынтыҡта үҙебеҙ тураһында ла яҙылғас, был көндө көтөп алдыҡ. Йәл, автор ҡатнаша алманы, шулай ҙа ул беҙгә килергә вәғәҙә бирҙе. Тимәк, тиҙҙән осрашырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
Был сарала беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта йәнен аямай дошмандар менән көрәшкән ир-аттарҙың батырлығы тураһында һөйләштек. Аллаға шөкөр, китапта яҙылған яугирҙарҙың имен-һау булыуҙары ныҡ шатландырҙы. Һалдаттар хаҡында һөйләшкәндә үҙебеҙҙең район батырҙары һәм улар менән булған осрашыуҙарҙы иҫкә төшөрҙөк. Синыф бүлмәһендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Сөнки яңыраҡ ҡына VIII «Б» синыфынан Игорь Ворошилиндың атаһын мәңгелек йортҡа оҙатҡайныҡ. Беҙҙең геройыбыҙ Олег Александрович батырҙарса яуҙа һәләк булды. Барыбыҙҙың күҙҙәренә йәштәр йыйылды...
Китаптың тышлығы ла ныҡ оҡшаны. Үҙенә йәлеп итеп кенә тора. Рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова бик матур биҙәгән. Был китаптың тағы бер үҙенсәлеге шунда: һәр герой тураһында үҙ туған телендә яҙылған. Республикабыҙҙың халыҡтар дуҫлығын данлай бит автор. Унда һүрәтләнгән ябай геройҙарҙың беҙҙең арала булыуы ла һоҡландыра.
«Еңеү ҡайтыр атай менән» йыйынтығы киләсәккә ошо яу хаҡындағы тарихтың бер тамсыһы, бик файҙалы мәғлүмәт сығанағы булып торор, тип уйлайбыҙ. Был китапты ҡулыңа алып уҡыһаң, күңелдәргә ышаныс сатҡыһы, дәрт һәм өмөт уяна. Тимәк, тиҙҙән еңеү киләсәк!
Журналист Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡарҙы, тип әйтә алабыҙ. Бының өсөп уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Еңеү – бөтә халыҡтың батырлығы һәм тырышлығы, кем – тылда, кем – һуғышта. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халҡым.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылы лицейы.