Шулай уҡ уҡыусылар хаттар яҙып һалды. Йыйылған аҡсаға әлеге көндә иң кәрәклеһе - бензобысҡы һатып алынды һәм барлыҡ әйберҙәр “Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабына тапшырылды.
Сыңғыҙ мәктәбенең VII - IX cиныф уҡыусылары етәкселәре Илгиз Ишбулды улы менән берлектә улы махсус хәрби операцияла булған Рәйлә инәй Әхмәтованың йортона барып, утынын өйөп бирҙе.
Сыңғыҙ мәктәбендә тағы бер илһөйәрлек сараһы үтте. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан элекке сығарылыш уҡыусылары Мораҙым, Инсаф һәм Флүр мәктәпкә осрашыуға килде. Был сара уҡыусыларҙа күтәренке кәйеф тыуҙырҙы. Егеттәр уҡыусыларға хәрби хеҙмәттә ҡыйыу, тәүәккәл, үҙ-үҙеңде тотоу, тәртипле, физик яҡтан көслө һәм башҡа яҡшы сифаттар мөһим булыуы хаҡында һөйләне.
Миңзәлә ХӘМИТОВА һәм автор фотолары.
Баймаҡ районы.