-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
4 Декабрь 2025, 16:30

Һалдаттарға - окоп шәмдәре

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауыл китапханаһында ла «Айһылыу» клубы ҡатын-ҡыҙҙары яңынан бергә йыйылды.

Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Һалдаттарға - окоп шәмдәре

Уларҙы был юлы изге теләк берләштерҙе.
Улар #БЕҘБЕРГӘ акцияһына ҡушылып, был көндө йылы йөн ойоҡ һәм бейәләйҙәр бәйләне. Был әйберҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға тапшырыласаҡ.
Ҡыш етте, һыуыҡ көндәрҙә һалдаттарға ойоҡ һәм бейәләйҙәр бик ҡулай булыр, йәндәренә лә, тәндәренә лә йылылыҡ биреп торорҙар.

Бынан тыш, һуңғы ваҡытта йышайған мутлашыу схемалары менән таныштырып, финанс яғынан грамотлылыҡты үҫтереү буйынса лекция уҡылды, ҡатын-ҡыҙҙар был турала фекер ҙә алышты.

Ә инде ауыл клубында шулай уҡ «Окоп шәмдәре» акцияһына ҡушылдылар. Бындай шәмдәр ҙә яугирҙар өсөн бик кәрәкле.
Төрөмбәттәр ҙур ғына партия шәмдәр әҙерләне.
Уларҙы эшләү өсөн ауыл мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе мәҙәни ойоштороусыһы Айнур Сәйфетдинов банкылар һәм парафин һатып алыу өсөн финанс ярҙамы күрһәткән.

 Афарин, төрөмбәттәр!

 Сығанаҡ һәм фото: "Рух" төркөмө.

 

Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Һалдаттарға - окоп шәмдәре
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас