Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Декабря 2025, 11:15

Һалдаттарға ярҙам

Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһындағы "Аҡ елкәндәр" төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ һалдаттар өсөн сираттағы посылка әҙерләне.

Һалдаттарға ярҙамҺалдаттарға ярҙам
Һалдаттарға ярҙам

Ата - әсәләр ҡатнашлығында башҡарылған изге эш хәрбиҙәргә ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ: йылы кейемдәр, дарыуҙар, йыуыныу өсөн кәрәк - яраҡ һәм башҡа әйберҙәр әҙерләнек. Яңы йыл байрамында әҙерәк тыуған яҡ йылыһын тойорҙар, күңелдәрен күтәрер, тип уйлайбыҙ.
Ә иң мөһиме, балаларҙан, ата - әсәйҙәрҙән ҙур сәләмдәребеҙҙе, изге теләктәребеҙҙе ебәрәбеҙ.  Еңеү менән тиҙерәк Тыуған яҡтарына имен - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!



Резедә МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.

Һалдаттарға ярҙам
Һалдаттарға ярҙам
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас