-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Декабрь 2025, 14:12

Ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә

Ил төкөрһә – күл була, ти халыҡ. Бөгөн, һалдаттарға ярҙам кәрәк саҡта, олоһо ла, кесеһе лә ҡулынан килгәнде эшләргә тырышыуы беҙҙең берҙәм, көслө икәнебеҙҙе күрһәтә. Өфөләге 21-се лицейҙың IV«А» синыфы уҡыусыһы Әмилә Юлтаева ла был изге эшкә күптән ҡушылған.

Ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә
Ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә

Уҡытыусыһы Ирина Геннадьевна етәкселегендә, бер синыфташының әсәһе белем усағына килеп, һалдаттарға ҡотҡарыусы беләҙектәр үрергә оҫталыҡ дәресе үткәрә. Уның һөйләгәндәрен, күрһәткәндәрен шунда уҡ отоп алған зирәк ҡыҙ, өйгә ҡайтыу менән был изге эшкә ҡушылырға теләге барлығын белдерә. «Ҡыҙымдың был ниәтен белгәс, әлбиттә, шатландым. Интернеттан махсус еп, бауҙар, хатта үргән саҡта уңайлы булһын тип, бәләкәс кенә станогын да һатып алдыҡ. Хәҙер буш ваҡытында Әмилә ошо эшкә тотона һала», – ти әсәһе Зиләрә Валерик ҡыҙы.

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йәшәүсе өләсәһе Хәлисә Ҡәҫтәрәм ҡыҙы Төхбәтованы ла махсус хәрби операцияла йөрөүсе һалдаттарға тәүгеләрҙән ярҙам иткән ауылдың хөрмәтле ағинәйе итеп беләләр. Ул күптән яугирҙар өсөн башалтайҙар, бирсәткәләр, һаҡселтәрҙәр һәм, ейәнсәре кеүек, ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә.

Ғөмүмән, Әмилә үҙен төрлө яҡтан һынап ҡараған, ҡыҙыҡһыныусан, һәләтле ҡыҙ. Бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта өлгөлө эстрада балеты «Кредо»ла шөғөлләнә. Улар ҡала кимәлендә үткән төрлө сараларҙа, концерттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашалар. Үҙе иһә синыфындағы бер төркөм ҡыҙҙарҙы ла бейеүгә өйрәтә. Уңған, тырышып уҡыған ҡыҙҙы староста итеп тә һайлап ҡуйғандар. Инглиз теленән айырым дәрестәргә йөрөп, был телде тәрәндән өйрәнә. Һүрәт төшөрөү, йырлау, бассейнда йөҙөү ҙә уға оҡшай. Әмилә үҙ аллы ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнгән. Төрлө ҡул эштәре менән теләп шөғөлләнә.

Тәбиғәтте ярата. Өйҙә фикус, лимон, манго, кактус кеүек йылы яҡ үҫентеләрен үҫтерә. Снежок исемле ап-аҡ ҡына бесәйен төрлө хәрәкәттәр эшләргә өйрәтә. Хатта мәктәптә үтәсәк сараға бесәйҙәр тураһында эҙләнеү эше лә әҙерләгән. Ауылға ҡайтһа, һәр йән эйәһенең ҡыланыштарын ҡыҙыҡһынып күҙәтә, улар менән уйнай. Икенсе йыл рәттән өләсәләренән себештәр алдыртып тәрбиәләп үҫтергән.

Дуҫтары, туғандары өсөн бүләк-сюрприздар эшләргә лә ярата. Үҙен белгәндәрҙе шулай шатландырып, һоҡландырып, матур ҡыҙ булып үҫеп килә Әмилә.

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.

Ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә
Ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас