«Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ илебеҙ тыныслығын һаҡлаған һалдаттарға барып етеп, уларға көс бирһен. Ир-егеттәр еңеү менән тыуған яҡтарына, өҙөлөп көткән әсәйҙәре, һөйөклө ҡатындары, балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Илебеҙ күге аяҙ булһын, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын.
Изге эште ойошторған Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәйлә Зәкир ҡыҙы Рәмоваға, ауылдаштарға оло рәхмәтлебеҙ.
Динара һәм Мансур Ҡолсонбаевтар ғаиләһенә шундай сауаплы эш башҡарғаны өсөн ауылдаштары, яугирҙарҙың ата-әсәйҙәре ҙур рәхмәт белдерә», — тип яҙа социаль селтәрҙә байғусҡарҙар.
Сығанаҡ һәм фото: «Атайсал» төбәк гәзите.