-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
2 Февраль , 16:30

Мәктәпкә - хәрби кабинет

— Яҡташыбыҙ Юлай Рәхимовтың Йәнгел мәктәбе уҡыусыларына был бүләге баһалап бөткөһөҙ, – ти район хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев. – Беҙ Юлай Ситдыҡ улына Әбйәлилдең йәш быуынын илһөйәр итеп тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн бик рәхмәтлебеҙ.Был мәктәптә заманса йыһазландырылған хәрби кабинет асылды.

Мәктәпкә - хәрби кабинет
Мәктәпкә - хәрби кабинет

 Унда Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Чечен һуғышында һәләк бул­ған яугирҙарға, яугир-интернационалистарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған стендтар бар. Советтар Союзының күренекле маршалдары тураһында ла онотмағандар.
Беҙ геройҙарыбыҙ өлгөһөндә буласаҡ ил һаҡсыларын үҫтерергә, тәрбиәләргә тейешбеҙ. Был бүлмә уҡыусыларға тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәтеү өсөн дә ныҡ уңайлы.
Кабинетҡа Юлай Рәхимов хөрмәтенә «Әр-Рәхим» тип исем бирәләр. Юлай Ситдыҡ улы 1982 йылда Йәнгел мәктәбен тамамлай. Әле Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ул 2022 йылда махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. «Тигр» отрядында танк командиры булып хеҙмәт итә. Бер йылдан ашыу алғы һыҙыҡта була. Фронттан ҡайтҡас, яуҙаштарын онотмай, улар­ға гуманитар ярҙам ойоштороп тора.
Бүлмәлә капиталь ремонт эшләнгән. Тәҙрәләр, иҙәндәр алмаштырылған, яңы сифатлы линолеум түшәлгән, сағыу яҡтыртҡыс­тар ҡуйылған. Өс тәҙрәгә лә Баш­ҡортостан һәм Рәсәйҙең, шулай уҡ йәш армеецтар флагтары төҫтәрендәге яңы жалюзиҙар эленгән. Юлай Ситдыҡ улы ремонтҡа ғына түгел, кабинетты йыһазландырыуға ла миллион ярым һумдан ашыу аҡса бүлгән. Яңы өҫтәлдәр, ултырғыстар, ҙур телевизор, шулай уҡ «АК-47» лазер автоматтары, ҡорал шкафы, махсус хәрби операция яугиры кейемендәге манекен алынған. Йәнә ул мәктәпкә шәхси бронежилетын һәм күҙлектәрен дә бүләк иткән.
– Туған мәктәбемә ярҙам итеүем менән бәхетлемен, – ти Юлай Ситдыҡ улы. – Уҡытыусым Ришат Мин­һаж улы Миңлекәевкә ҙур рәхмәтлемен, ул беҙҙә, малайҙарҙа, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләне һәм беҙҙе ысын ир-егеттәр итеп үҫтерҙе. Был кабинет бер ҡасан да буш тормаһын һәм уҡыу программаһын үҙләштереү өсөн файҙалы булһын.
Бына шундай бүләк алып һөйөндө йәнгелдәр.

Мәктәпкә - хәрби кабинет
Мәктәпкә - хәрби кабинет
Мәктәпкә - хәрби кабинет
Мәктәпкә - хәрби кабинет
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас